Самолеттарға яңы двигателдәр

Самолеттарға яңы двигателдәр 11.07.2017

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе палуба авиацияһы өсөн тәғәйенләнгән көс агрегаттарын йыйыуҙы яйға һалды.

Денис Петровты алтын ҡуллы слесарь төп йөрөтәләр. Уға авиация моторҙарын йыйыуҙы ышанып тапшырғандар. Эш үтә лә нескә, үлсәмдәр микрондар менән иҫәпләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Өфө мотор эшләүселәре сығарған продукцияға ихтыяж арта ғына, был заказдар күләмендә асыҡ сағыла, ти Денис.
Денис Петров, слесарь: «Заказдар көндән-көн арта, тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күстек. Хеҙмәт  хаҡы  ла яҡшы. Шуға ла хеҙмәткәрҙәр ҙә киләсәккә өмөт менән ҡарай. Цехта эшләүселәрҙең һаны 2000-се йылдар менән сағыштырғанда ла бер нисә тапҡырға артты».
Һуңғы осорҙа предприятие палуба авиацияһы өсөн тәғәйенләнгән самолеттарға двигателдәр йыя. Был көс агрегаттары, ғәҙәттәгеләренән шаҡтай айырыла. Әле двигателдәрҙең тәүге партияһы заказ биреүсегә оҙатылған да инде.
Антон Курач, цех етәксеһе урынбаҫары: «Был двигатель тиҙлекте йылдамыраҡ йыйырға форсат бирә. Һөҙөмтәлә самолет һауаға шәберәк күтәрелә. Штаттан тыш хәлдә лә был агрегат осоусы машина һәм пилот ғүмерен һаҡлап ҡалыуға көйләнгән».  
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештереү күләме һуңғы осорҙа арта ғына. 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса предприятиеның табыш күләме 60 миллиард һумға еткән. Мотор эшләүселәр был күрһәткестәр менән генә сикләнергә йыйынмай. Иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре булғанда, уларҙы тулы күләмдә файҙаланып ҡалырға кәрәк, тиҙәр предприятиела.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика