Салауаттың бюджеты лигалағы башҡа клубтар менән бер финанс һыҙығында торасаҡ

Салауаттың бюджеты лигалағы башҡа клубтар менән бер финанс һыҙығында торасаҡ 11.03.2015

Ә республиканың төп хоккей дружинаһы һәм уның яңы  бағыусыһы тип иғлан ителгән  «Башнефть» компанияһының бизнес-проекты һөҙөмтәле булырға тейеш. Был турала бөгөн генераль бағыусылыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуға арналған матбуғат конференцияһында белдерелде.  

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың күтәренке кәйефе оҙайлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә ишара.  Генераль бағыусылыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған, тимәк Башҡортостанда хоккейҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуйылмаясаҡ.  
Бағыусылыҡ килешеүенә ярашлы, «Башнефть» компанияһы республиканың башҡа хоккей клубтарын да финанслаясаҡ. Атап үткәндә, «Торос», «Толпар», «Батыр» һәм «Ағиҙел»  ҡатын-ҡыҙҙар командалары, шулай уҡ хоккей спорт мәктәбе. Киләсәктә юлаевсыларҙың хеҙмәт хаҡы буйынса бюджеты ла иғлан ителәсәк. Әммә бөгөндән үк билдәле булыуынса, уның күләме  лигалағы башҡа клубтар менән бер финанс һыҙығында торасаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку