Салауат ҡулланыусылар йәмғиәтенең 8 мең ярымдан ашыу пайсыһы һөнәри байрамдарын күңел төшөнкөлөгө менән ҡаршыланы

Салауат ҡулланыусылар йәмғиәтенең 8 мең ярымдан  ашыу пайсыһы һөнәри байрамдарын күңел төшөнкөлөгө менән ҡаршыланы 09.07.2016

1998 -cе йылда Рәсәй кимәлендә сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә беренсе урынға сығыусы уңғандар илгә һалған хеҙмәттәрен онотоуҙарына үпкә белдерә.  Ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡараған мөлкәттең  осһоҙ  хаҡҡа оҫта итеп кенә икенсе ҡулдарға күсеүенә ҡаршы сығыш яһай.

Резеда Финат ҡыҙы Ғәлиуллинаның  46 йылдан ашыу ғүмере сауҙа эшендә үткән. Һатыу өлкәһендә күрһәткән һөҙөмтәле хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланған.  Әлкә ауылында ғына утыҙ йылға яҡын магазин прилавкаһы артында һатыусы булып эшләгән. Туҡһанынсы йылдарҙа гөрләп эшләп торған аҙыҡ-түлек, хужалыҡ һәм сәнәғәт тауары магазиндары банкротлыҡ процедураһы аша ябылған ,хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе  үҙ теләге менән ғаризалар яҙып эшен ҡалдырған, Резеда Финат ҡыҙы районда асылған  Кемпингта ни бары бер йыл ғына уңышлы эшләп өлгөрә.  Эшһеҙ ҡалғас үҙәгендәге  "Заря" магазинына урынлаша .Хаҡлы ялға сығыуына ни бары һигеҙ йыл.Әммә уның хеҙмәттәре онотолоуға юл ҡуйылған.
Әлкә ауылының үҙәк урамдарындағы биналар ныҡлы нигеҙгә ҡоролһа ла бөгөн тулы ҡеүәтенә эшләмәй. Халыҡтан артыҡ һөт, ит, йәшелсә-емештәр еләк йыйыусы әҙерләү пункты ябылған., шуға ла ауыл йәшәүселәр мал һанын һәм бәрәңге үҫтереүҙе кәметергә мәжбүр.
Салауат районы ҡулланыусылар йәмғиәтен 1996 -cы йылға тиклем  Виталий Бычков етәкләй.
Виктор Бычков, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Салауат районының ҡулланыусылар йәмғиәтенең элекке  етәксеһе: «Беҙҙең район халҡы өсөн был йылдар алтын йылдар булды. Халыҡҡа эш урындары булдырылды: икмәк бешереү, колбаса, макарон эшләү,ыҫлау цехтары төҙөлдө. Тәүлегенә ун тонна икмәк етештереү ҡеүәте булған производство бар ине. Юл сервисы өлкәһендә лә уңышлы эшләп кемпинг төҙөнөк. Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға ул ваҡыттарҙа дефицит булған Йөрүҙән һыуытҡыстарын һатып ала инек. Беҙҙең продукция бөтә ерҙә лә һорау менән ҡулланылды».
Әммә Салауат ҡулланыусылар йәмғиәтенең уңышлы эшмәкәрлеге оҙаҡҡа бармай. Табышлы эшләгән предприятиеға көтмәгәндә Өфөнән ревизорҙар килеп төшә. Йылына миллиондан ашыу табыш килтергән  Кемпинг хеҙмәткәрҙәре үҙ теләктәре менән икенсе эшкә күсә. Юл -сервис кафеһы «Янғантау» шифаханаһы ҡарамағына күсерелә. Ил күләмендә беренселектә барған ойошма тарҡатыла. Уның урынына  «Урал» ҡулланыусылар йәмғиәте барлыҡҡа килә.
Салауат ҡулланыусылар йәмғиәтенең гөрләтеп эшләгән 52 сауҙа нөктәһе була. Район үҙәгендәге универмаг бинаһында әлеге ваҡытта сауҙа нөктәләре үҙ эшмәкәрлеген йәйелдергән, ҡеүәтле икмәк бешереү цехы бикле. Арҡауыл ауылындағы ауыл магазины бинаһы ваҡытлыса  ҡуртымға бирелгән булған.Әлеге ваҡытта ул бикле. Район ҡулланыусылар бүлегенә магазин бинаһын ваҡытлыса ҡуртымға алған  эшҡыуар   касса номерҙары теркәлмәгән касса чектары менән аҡса күсергән.
Нурия Уральская, 1999-2000-cе йылдарҙа Салауат районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең кадрҙар бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Мине аптыратҡаны шул: бер үк ваҡытта мәктәптә балалар менән дә эшләргә тура килде. Минең күҙ алдында уҡыусыларымдың ата-әсәләре эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалды. Эшһеҙлек арҡаһында күпме ғаиләләр тарҡалды. Пайсыларҙың коллектив мөлкәте һәм гөрләп эшләп торған етештереү цехтары, магазиндар юҡҡа сыҡты».
Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғитәте ойошторолоуға йөҙ йыл тулыу уңайынан сыҡҡан ҡалын китапта бер быуат эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалған. Унда  миллиондан ашыу пайсыларҙың һаны өс тапҡыр кәметеп күрһәтелгән.
Нурислам Усманов, юридик фәндәр кандидаты: «Был китапта Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тигән ҡанатлы һүҙҙәр яҙылған. Уның үткәне сауҙа алдынғыларының фиҙәҡәр хеҙмәтенән тора, бөгөнгөһө -уңышһыҙ, киләсәге-өмөтһөҙ. Сөнки бер быуат  буйына пайсылар көсө менән йыйылған мөлкәт икенсе ҡулдарға еңел генә эләгеп тәләфләнеүгә юл ҡуйылған».
Бөгөнгө көндә Республикала ҡулланыусылар йәмғите хаҡындағы ҡанун үтәлмәй. Ҡасан да булһа осһоҙ хаҡҡа ғына икенсе ҡулдарға эләккән мөлкәт халыҡҡа ҡайтарлырға тейеш. Миллиондан ашыу пайсылар  магазиндар,келәттәр,етештереү цехтары,халыҡтан йыйылған продукцияны йыйыу һәм әҙерләү пункттары эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелеп ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡайтарылыр  тигән өмөттә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку