Салауат районындағы урта махсус һөнәри уҡыу йорто ятағында тиҙҙән эске биҙәкләү эштәре башланасаҡ

Салауат районындағы урта махсус һөнәри  уҡыу йорто ятағында тиҙҙән эске биҙәкләү эштәре башланасаҡ 31.10.2017

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 июнь көслө дауыл сығыу сәбәпле, Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ ауылындағы филиалына зыян килтерелгәйне.

Көслө ел ятаҡтың ҡыйығын осороп алып китә. Яуым-төшөмдөң күп булыуы бер ай эсендә өс ҡатлы бинаны бөтөнләйгә эшлектән сығара.  Әлегә урында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында. Ҡыйыҡ күптән яңыртылған, унда профнастил  түшәлгән. Бинаның өсөнсө ҡатында иһә эске биҙәкләү эштәрен башҡарыуға  иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан һатыулашыу  ойошторолған. Проект документтары дәүләт экспертизаһын үткән. Ремонтҡа яҡынса 4 миллион 700 мең һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Дауылдан һуң ятаҡтың өсөнсө ҡаты зыян күреүгә ҡарамаҫтан, яңы уҡыу йылында студенттар өсөн йәшәү урындарына ҡытлыҡ булмай. Икенсе ҡатта колледж хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар көсө менән эске биҙәкләү эштәре башҡарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку