Сабырлыҡ төбө һары алтын

Сабырлыҡ төбө һары алтын 19.01.2018

Өфөлә 160 ғаилә  өс йылдан ашыу көткән фатир асҡыстарын аласаҡ. Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә, Летчиктар урамында төҙөлгән күп ҡатлы йорт 2015 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә  финанс проблемаларға бәйле төҙөлөш туҡтатыла. Былтыр республика етәкселеге ярҙамы менән объектты сафҡа индереүгә өлгәшелә. Хәҙер инде  ремонт хаҡында уйлай башларға ла мөмкин.

Ирек Тереғолов был йорттоң тупһаһын өс йылдан ашыу тапай,  өмөтө  өҙөлгән саҡтар ҙа була. Эш туҡтай, ә ойошма банкрот тип иғлан ителә. Тереғоловтар 4 миллион һумға яҡын аҡса елгә осто тип ҡайғыра.  Әммә былтыр   төҙөлөш яңынан йәнләнә, хәҙер инде асҡысты ғына көтөргә кәрәк.
Летчиктар урамындағы йорт 2014 йылда һалына башлай, бер йылдан сафҡа индерелергә тейеш була,  тик финанс проблемалар арҡаһында банкротлыҡ процедураһы иғлан ителә. Әммә төҙөлөш ойошмаһы  ҡул һелтәп ҡуймай. Республика етәкселеге, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ярҙамында мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшә. Яҡын киләсәктә үк 160 кеше фатир асҡысын аласаҡ.
Ләйсән Насирова, төҙөлөш компанияһының тышҡы идарасыһы: «Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан мөмкин булғандың барыһын да эшләнек. Йортто файҙаланыуғва тапшырыу өсөн суд акттарын көтөргә, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар менән дөйөм йыйылыш үткәрергә ҡалды, былары инде формаль процедуралар, иң мөһиме объект әҙер».
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, проблемалы объекттар буйынса эшмәкәрлек тотош республикала алып барыла.  Һуңғы йылдарҙа ҡануниәт та камиллаштырылған, хәҙер төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларға йорт  төҙөүселәргә бушлай ер участкаһы бүлеү мөмкинлеге бар. Банкрот иғлан ителгән ойошма ҡарамағындағы  милекте икенсе компанияға тапшырырға ла була.    
Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Иң тәүҙә  теге йәки был объектта төҙөлөш ни өсөн туҡталыуын,  проблеманың асылын аңларға кәрәк. Ҡайһы берҙәрен ҙурға ебәрмәйенсә ултырып һөйләшеп кенә лә хәл итергә мөмкин. Әгәр ҙә компания үҙ бурысынан, йәғни төҙөлөштө артабан дауам итеүҙән баш тарта икән ул ваҡытта инде башҡа механизмдарҙы ҡарай башлайбыҙ)
Төҙөлөш компанияларының мутлашыу осраҡтары күп, уларҙың етәкселәре араһында халыҡ аҡсаһын йыйып сит илгә сығып ҡасҡандар ҙа, хөкөм ителгәндәр ҙә бар.  Тик  һатып алыусыға бынан еңелерәк түгел. Кеше өсөн  хыялланған фатирын алыу мөһимерәк, сөнки күпселек торлаҡ өсөн һуңғы аҡсаһын бирә, бурысҡа батырға ла мәжбүр була.
Бөгөн республикала төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусыларҙың иҫәбе 3 меңгә яҡын. Әле проблеманы хәл итеү буйынса ҡәтғи саралар күрелә. Әлбиттә, берҙәм рецепт юҡ, һәр объект буйынса айырым эш алып барыла. Был инде оҙайлы ғына ваҡыт  талап итә. Шулай ҙа иң мөһиме һөҙөмтә бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку