Өс йыл эсендә меңгә яҡын яңы эш урындары

Өс йыл эсендә меңгә яҡын яңы эш урындары 12.08.2016

Сибай ҡалаһы хакимиәте    инвесторҙар ярҙамында мәшғүллек өлкәһендәге көсөргәнешлекте кәметеүгә өлгәшкән. Һуңғы йылдарҙа ғына ҡалала бер нисә предприятие эш башлаған. Һөҙөмтәлә йөҙләгән кеше хеҙмәт урындары менән тәьмин ителгән. Эштәр яҡшы барһа, инвесторҙар предприятиеларҙың етештереү ҡеүәтен арттырырға иҫәп тота.

Конвеерҙан тәүге партия кирбестәр сыға. Сибай төҙөлөш материалдары етештереү комбинаты күптән түгел генә эш башлаған. Хеҙмәткәрҙәр ҙә әле өйрәнсек кенә. Һөнәр үҙләштереү ваҡытында улар стипендия ла ала. Эш урындарына ҡытлыҡ булған Сибай ҡалаһы өсөн был предприятиеның асылыуы үтә лә әһәмиәтле, ти улар.
Кирбес заводында әле ун һигеҙ хеҙмәткәр эшләй. Улар айына 2 миллион ярым  кирбес етештерәсәк. Проекттың 49 проценты  Ҡытай эшҡыуарҙарыныҡы. Улар яғынан техника, кирбес етештереү линиялары килтерелгән. Цехтар тулы ҡеүәтенә эш башлаһа эшселәр һанын да, етештереү ҡеүәтен дә  арттырырға уйлайҙар. Иң мөһиме һатып алыусылар ғына булһын , ти завод етәкселеге.
Владимир Азов, Сибай төҙөлөш материалдары комбинаты директоры: «Кирбестең бер данаһын 14 һумға һатабыҙ. Башҡаларҙа ул 20-нән ашыу. Беҙ күберәк сифатҡа иғтибар итәбеҙ. Эш алымдарын ҡытай инвесторҙары үҙҙәре килеп өйрәтте.  Шуға күрә һатып алыусылар оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанам».
Ә был элекке һөт етештереү комбинаты. Тик бына цистерналарҙан һөт түгел, ә крахмал бушаталар. Цехтарҙа унан нефть ятҡылыҡтарын быраулау эшендә ҡулланылған реагенттар эшләп сығаралар.
Йүнселдәргә  һөт эшкәртеү ҡорамалдарын химия етештереүгә көйләргә генә ҡалған. Эшселәр ҙә эҙләп тораһы түгел. Элекке хеҙмәткәрҙәрҙең профилен бер аҙ үҙгәртеп ҡайтанан эшкә алғандар.
Һөҙөмтәлә эш урындары һаҡлап  ҡалынған. Яйлап ҡына булһа ла Сибайҙа эшһеҙлек мәсьәләһе хәл ителә. Был иһә Урал арьяғын үҫтереү программаһының үтәлеше һөҙөмтәһе, ти урындағы етәкселек.
Әйткәндәй, әле  Сибайҙа тағы бер күләмле инвестиция проекты башланырға тора. Ҡытай эшҡыуарҙары цемент заводы асырға иҫәп тота. Ул сағында тағы ла 3 мең кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика