Сүп-сар батшалығы - килемле эшҡыуарлыҡ сығанағы

Сүп-сар батшалығы - килемле эшҡыуарлыҡ сығанағы 26.01.2016

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу буйынса бөгөн республикала бер нисә предприятие ғына шөғөлләнә. 2017 йылдан иһә закон буйынса махсус эшкәртеү үтмәгән ҡалдыҡтарҙы күмеү тыйыла. Ә бит икенсел сеймал етештереүгә килгәндә, төбәктә хәл маҡтанырлыҡ түгел.  

Илсур Әмирхановҡа көнөнә меңдәрсә ҡағыҙ битен, гәзит-журналдарҙы пресларға кәрәк. Был макулатураны халыҡ кәрәк тип тапмай, урамға сығарып ырғытҡан. Иғтибарһыҙҙар иһә йыш ҡына паспорт, водитель таныҡлыҡтарын да ташлай, шуға сүп-сар эшкәртеү комплексы хеҙмәткәрҙәренең эше бер аҙ ҡатмарлаша -  хужаларына документтарын кире ҡайтарыу менән дә шөғөлләнергә кәрәк.
Мәләүездәге сүп-сарҙы эшкәртеү һәм сорттарға айырыу комплексының эшмәкәрлек схемаһы ябайҙан түгел - ҡала урамдарынан "ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙан башлап, уны икенсел сеймал булараҡ ҡулланыуға тапшырырға кәрәк. Техника етерлек кимәлдә. Бының өсөн, хатта, махсус рәүештә сит илдән ике сүп ташыу машинаһы һатып алына. Комплекс етәксеһе Тимур Әхмәтшин белдереүенсә, бар уңыш урындағы хакимиәт, банктар менән тығыҙ бәйләнештең булыуында. Кредит алыуҙа төрлө ташламаларҙың булыуы яңы ҡорамалдар һатып алыуҙа, шул уҡ ваҡытта биләмәне киңәйтергә ярҙам иткән.
Тимур Әхмәтшин, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм сорттарға бүлеү комплексы етәксеһе:
«Әлеге көндә беҙ ҡаланың барлыҡ предприятиелары, торлаҡ файҙаланыу участкаларынан да тиерлек сүп-сар йыябыҙ. Сауҙа өлкәһендә эшләүселәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Төҙөлөш материалдарын ғына ҡабул  итмәйбеҙ. Бөтә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ҙа ихтыяж менән ҡулланылмай шул, әйтәйек, элегерәк икенсел сеймал булараҡ алам-һалам сепрәк тә эшкәртелә ине».
Мәләүездә иһә сүп-сар әйләнеше 2007 йылдан башлап етди контролгә алына, әле комплекста 30-ға яҡын кеше эшләй. Улар хеҙмәт хаҡы менән дә, эш режимы менән дә ҡәнәғәт.
Сорттарға бүленгән ҡалдыҡтарҙың бер өлөшө  Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалалары, күрше төбәк предприятиеларына ла ебәрелә. Яңыраҡ ҡына көнкүреш химия менән дә ҡыҙығыусылар табылған.
Бер сменала бында 500-700 кг полиэтилин эшкәртелә,әгәр ул һыуланған булһа, етештереү кимәле бер ни тиклем кәмей. Ҡалдыҡтар ҡырҡыла һәм артабан пластик канализация люгының ҡапҡасын яһағанда төп сеймал булараҡ ҡулланыла.
Әйткәндәй, тауарҙың күп өлөшө сит илгә оҙатыла. Киләсәктә комплекста ассортимент тағы ла байытыласаҡ. Бер яҡтан, был эшмәкәрлек килем сығанағы булһа, икенсе яҡтан, районда рөхсәт ителмәгән урындарҙа сүп ташлау осраҡтары кәмегән. Ниһайәт, республика кимәлендә лә мәсьәлә етди контролгә алынасаҡ. Быйыл урында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар әйләнешендә һигеҙ Төбәк операторы булдырыласаҡ. Уларға сүпте йыйыуҙан башлап үтилләштереүгә тиклем вәкәләттәр бирелә.
Филүс Яхин, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары: «Төбәк операторҙары республиканың башҡарма власть органдары тарафынан конкурс нигеҙендә билдәләнә. Бар талаптар ҙа федераль кимәлдә ҡабул ителгән. Әлегә конкурс үткәреү тәртибе хаҡында норматив документ раҫланмаған. Әйткәндәй, ҡаты коммуналь  ҡалдыҡтарҙы транспортирвкалау менән шөғөлләнеүселәрҙе Төбәк оператор үҙе асыҡлаясаҡ».
Тик был осраҡта компаниялар араһында сүп-сар өсөн көрәш башланмаҫмы?! Мәләүездәге  комплекс етәксеһе Тимур Әхмәтшин белдереүенсә, эшкә ҡытлыҡ булмаясаҡ. Әйткәндәй, тауарҙы йыйыуға һәм утилләштереүгә дөйөм тарифтар билдәләнәсәк. Был аҡса фонды артабан ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә йүнәлтелгән проекттарҙы субсидиялауға йүнәлтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика