Сәфәргә тыныс күңел менән

Сәфәргә тыныс күңел менән 19.06.2017

Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы тимер юлында ла бурыслыларҙы асыҡлау эшен дауам итә. Тикшереүҙәр Өфө вокзалында ла ойошторолған.

Суд приставының ҡәтғи тауышы юлдағыларҙы һиҫкәнергә мәжбүр итә. Поезға ашыҡҡан мәлдә, бурысыңды тикшертеү мәле түгел. Шулай ҙа намыҫты уятыу өсөн башҡа сара юҡ. Республикала «Бурыслы» операцияһы дауам итә. Әлегә тиклем суд приставтары халыҡ-ара «Өфө» аэропортында ғына эшләһә, 17 июндән тикшереүҙәр тимер юл вокзалдарында ла үтә.
Приставтар вахта буйынса эшкә юлланыусы Владимир Гайдуллинды ла туҡтатты. Тикшереү барышында уның бурысы булыуы  асыҡланды.
Үтәлмәгән суд ҡарарҙары, түләнмәгән штраф, алимент, һалым,  банк кредиттары тураһында федераль хеҙмәттең мәғлүмәт базаһы тупланған. Бурыслыны асыҡлау өсөн хеҙмәткәрҙәргә  паспорт һандарын йыйыу ҙа етә.
2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса федераль суд приставтары хеҙмәте республика ҡаҙнаһын 1 миллиард һумға тулыландырҙы. Был бурыслыларҙы асыҡлау һәм суд ҡарарҙары үтәлешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлекте камиллаштырыу һөҙөмтәһе тигән фекерҙә белгестәр. Федераль хеҙмәттең матди-техник базаһы нығытылыу менән юлдар, аэропорт, вокзалдарҙа тикшереүҙәр артабан да ойоштороласаҡ. Рейд барышында асыҡланған бурыс өсөн мөлкәткә арест һалына. Тимер юлында приставтар туҡтатҡан осраҡта, башҡарылмаған түләүҙәр бар икән кәмендә телефонығыҙҙы тартып алыуҙары бар. Шуға ла тыныс күңел менән сәфәр сығыу өсөн тәү сиратта бурыстарҙы барлап ҡарау мөһим тигән фекерҙә белгестәр.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку