Ризығың аш булып барһын

Ризығың аш булып барһын 08.08.2016

Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре бөгөн Өфөлә миҙгел емештәре, ҡарбуз һәм ҡауындар менән  сауҙа итеү урындары буйлап рейдҡа сыҡты. Киров районында ғына улар бер-нисә сәғәт эсендә биш рөхсәтһеҙ эшләп килеүсе һатыу  нөктәһенә юлыҡты

Йәй етеү менән баҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә күпләп ҡарбуз һәм ҡауын һатыла башланы. Урамдарҙа законһыҙ сауҙа итеүселәр һаны ла күбәйҙе. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре был мәсьәлә буйынса көн һайын рейдҡа сыға. Тик әлегә һөҙөмтәләр шатланырлыҡ түгел. Эшҡыуарҙарҙың ҡайһы берҙәре хатта һөйләшеүҙән баш тарта.
Алина Фәйзуллина икенсе йыл бер үк урында ҡауын һәм ҡарбуз һата. Тик һатыусы законһыҙ урында сауҙа иткән эшҡыуарҙарҙың һатыу итергә ирек бирмәүенә зарлана.
Алина Фәйзуллина, һатыусы: «Былтыр был урында законһыҙ сауҙа иткән бер нөктә генә ине. Быйыл, ана, ҡарағыҙ, уларҙың һаны өсәүгә етте. Улар беҙгә һатыу итергә ҡамасаулай. Беҙ ошо урын өсөн һалым түләйбеҙ, ә килем юҡ кимәлдә».
Урамдарҙа законһыҙ һатыу урындарында санитар талаптар күп осраҡта үтәлмәй. Шул уҡ ваҡытта киҫелгән емештә бактерия һәм инфекциялар ҙа тиҙ үрсей. Ҡарбуз, йәки ҡауын  һатыуға барып еткәнсе бер ерҙән икенсе урынға күсереп йөрөтөлә. Клиенттарға ҡарбуздың бешкән икәнен күрһәтергә теләгән осраҡта, һатыусы уға "Өлгө" тип яҙып ҡуйырға  тейеш. Улар   сертификатлы ҡарбуздар һәм ҡауындар менән генә сауҙа итергә бурыслы.  
Халыҡ, әлбиттә, тауарҙы үҙе һайлай. Һатып алыусылар яуаптарынан, күптәргә емештәрҙең  законһыҙ һатылыуы бер ни түгел.
Эшҡыуарҙар баҙарҙағы конкуренцияға һылтана.  Әммә был яуаплылыҡтан азат итмәй. Рөхсәтһеҙ сауҙа өсөн 500 һумдан мең ярымға  тиклем штраф ҡаралған. Инспекторҙар законһыҙ һатыу нөктәләрен 11 августҡа тиклем ябыу кәрәклеген иҫкәртте.
Станислав Шахназаров, эшҡыуар: «Баҙар иҡтисадында йәшәп ҡалыр өсөн урамдарҙа ла һатыу итәбеҙ. Эйе, әлегә законһыҙ рәүештә. Әммә киләһе миҙгелгә рөхсәт алырбыҙ тип ышанам. Беҙҙең тауарҙар сифатлы, зарланыусылар юҡ».
Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре юл буйҙарында торған һатыусыларҙан ҡарбуз-ҡауын һатып алмаҫҡа саҡыра. Был емештәр бер нисә сәғәт эсендә автомобиль төтөнөндә булған зарарлы матдәләрҙе үҙҙәренә һеңдерә. Уларҙы ашаған кешеләрҙең ағыулыныуы мөмкин, тип иҫкәртә белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку