Республиканың  торлаҡ-төҙөлөш кенәгәһе системаһына «Уралсиб» банкы ла ҡушылды 30.09.2014

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов  финанс учреждениеһы идаралығы рәйесе Илкка Салонен менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Быға тиклем программа Һаҡлыҡ банкы ярҙамында ғына тормошҡа ашырыла ине.

Килешеү ике яҡ өсөн дә отошло, ти белгестәр. Халыҡ ташламалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә булһа, банктар финанс мөмкинлектәрен яҡшырта ала. Программа үҙе 1 апрелдән эшләй башланы һәм уның менән файҙаланырға теләүселәр күп. Уның төп маҡсаты - кешегә фатир алыуҙа ике этаплы ярҙам күрһәтеү. Беренсеһендә торлаҡ һатып алырға теләүсе банкта билдәләнгән йылдар эсендә аҡса тупларға тейеш. Ошо күләмгә дәүләт тә 30 процент өҫтәй бара. Әммә йылына 36 мең һумдан күп түгел. Икенсе этап шарттары буйынса кешегә түбән процентлы ипотека бирелә.

Илкка Салонен, «УРАЛСИБ» банкы идаралығы рәйесе: «Банкта иҫәп асҡан кешенең уны ниндәй срокка тиклем тотоуына ҡарап 6-7 процентлы кредит биреләсәк. Был әлегәсә күрелмәгән хәл. Ипотека йә фатир алыуға бирелә торған кредит баҙарында бындай түбән ставканың булғаны ла юҡ. Килешеүҙә билдәләнгән процент ставкаһы программала ҡатнашыу дауамында үҙгәрмәй. Килешеүҙә нисек билдәләнгән, шул килеш һаҡлана». 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика