Республиканың 100 йыллығына 100 инвестиция проекты

Республиканың 100 йыллығына 100 инвестиция проекты 11.10.2017

Бөгөн Өфөлә "Витценманн-Рәсәй" предприятиеһының яңы етештереү цехы асылды. Был тарихи юбилейға әҙерлек сиктәрендә файҙаланыуға тапшырылған икенсе объект. Цех дүрт тиҫтәнән ашыу кешене эш урындары менән тәьмин итәсәк,  уны сафҡа индереүгә 230 миллион һум тирәһе инвестиция йәлеп ителгән.

Яҡты, таҙа цех тәү ҡарашҡа уҡыу йортоноң лабораторияһын йәки күргәҙмә залын хәтерләтә. 1 мең ярым квадрат метрлыҡ майҙан тулыһынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, эштең күп өлөшө автоматлаштырылған. Бында нефть, металлургия, энергетика тармаҡтары өсөн компесаторҙар эшләнәсәк.

Хужалар әйтеүенсә, кадрҙар менән проблема юҡ, бында күберәк үҙебеҙҙең техник вуздарҙы тамамлаусылар эшләй. Махсус белем булмаған йәштәрҙе уҡытыуҙа ойошторола.  Мәҫәлән, Илүс Вәлиев бында әрме хеҙмәтенән һуң килеп урынлашҡан.

Германияның "Витценманн" концерны тутыҡмай торған ҡорос һығылмалы элементтар етештереү буйынса махсуслашҡан билдәле предпритие. Бөгөн компания 19 илдә эшмәкәрлек алып бара. Рәсәйҙәге вәкиллеге 2003 йылда тап Өфөлә асыла. Бында әле дүрт етештереү цехы эшләй, заманса технологик линиялар ҡулланыла. Мәҫәлән, яңы объекттағы үҙенсәлекле ҡоролма төрлө ҙурлыҡтағы сильфондар эшләү мөмкинлеге бирә,  оператор коммпьютер аша  һәр бер аҙымды күҙәтеп бара һәм кәрәк ваҡытта үҙгәреш индерә ала.

Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы "100 йыллыҡҡа-10 инвестиция проекты" акцияһын былтыр көҙ иғлан итте.  Әле сарала  27 миллиард һум инвестиция менән 51 проект ҡатнаша.  Уларҙың күбеһе етештереү,  ауыл хужалығы һәм төҙөлөш өлкәһенә ҡарай. Алдынғылар иҫәбендә Өфө ҡалаһы һәм районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу 6 мең тирәһе эш урын асыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку