Республикала йәшәүсе һәр кешегә 24 квадрат метр торлаҡ тура килә

Республикала йәшәүсе һәр кешегә 24 квадрат метр торлаҡ тура килә 28.02.2017

Ләкин был һандар халыҡтың барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителгән тигәнде аңлатмай. Йәшәү шарттарын яҡшыртырға мохтаждар һаны кәмемәй. Был турала төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының йыл йомғаҡтарына арналған ултырышында билдәләнде.

Шулай ҙа республика торлаҡ төҙөлөш буйынса һынатмай. Файҙаланыуға тапшырылған квадрат метрҙар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, ә илдә дүртенсе урында килә. Иҡтисади көрсөк осорона ҡарамаҫтан, төҙөлөш компанияларын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, бер ни тиклем арттырыуға ла өлгәшелгән. Һөҙөмтәлә торлаҡ төҙөлөшө 2 миллион 698 мең квадрат метрға еткән. Унынсы йылда был күрһәткес 2 миллион ине.
Республикала миллион ярым кеше 14 миллиард һумлыҡ социаль ярҙам алған. Был һандарҙы инде  хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының коллегия ултырышында әйттеләр.
Ведомство өс йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып бара. Мәшғүллекте тәьмин итеү, хеҙмәтте һаҡлау һәм социаль ярҙам. Һәр өлкәлә лә тотороҡло үҫеш күҙәтелә, тине Ленара Иванова. Тармаҡ министры әйтеүенсә, иҡтисади көрсөктөң киҫкен  мәле үтте. Республикала номиналь хеҙмәт хаҡы былтыр ете процентҡа артҡан. Реаль эш хаҡы ла 1 процентҡа күтәрелгән. Күп түгел, шулай ҙа үҫеш, тиелде кәңәшмәлә. Мәшғүллек өлкәһендә, хеҙмәт баҙарында ла көсөргәнешлек коэфициенты бер ярым тапҡырға кәмегән. Йәғни, эшһеҙҙәр һаны кәмеп, ваканциялар киреһенсә артҡан.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика