Республикала йәшәүсе беренсе балаһы тыуған 183 йәш ғаилә дәүләттән 300 мең һум алған, әле уларҙың тиҫтәнән ашыуы социаль түләүҙе маҡсатлы файҙаланып өлгөргән дә инде

Республикала йәшәүсе беренсе балаһы тыуған 183  йәш ғаилә  дәүләттән  300 мең һум алған, әле уларҙың тиҫтәнән ашыуы социаль түләүҙе маҡсатлы файҙаланып өлгөргән дә инде 06.10.2017

Субсидия юллап 1 меңдән күберәк  ғаилә мөрәжәғәт иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге сабый тыуған хәлдә аҡсалата ярҙам быйыл республика башлығының март айындағы ҡарарына ярашлы түләнә. Уға йәштәре 35-тән үтмәгән ғаилә парҙары һәм шулай уҡ яңғыҙ әсәләр дәғүә итә.

Һигеҙ айлыҡ Данила Поповтар ғаиләһендә көтөп алынған бала. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе ғаилә өсөн быйылғы йыл икеләтә шатлыҡлы. Берҙән  фатирҙарында бала тауышына ишетелһә, икенсенән, ипотека бурысы кәмегән. Быйыл беренсе балаға 300 мең һум түләнеүен ишеткәс тә улар  документтар йыйып тапшырған.  
Константин Попов: «Беҙ был проект тураһында ишеткәс  ышанманыҡ. Туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ ҙа шылтыратып өгөтләне. Башҡортостан юлдаш телеканалы аша программа ла ҡарағас, документ йыйырға тотондоҡ».
Наталья Попова: «Документтарҙы тапшырғандан һуң оҙаҡ та үтмәне, ыңғай яуап килде».
Поповтар ипотеканы 15 йылға алған, әгәр дәүләттән 300 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелмәһә, улар торлаҡ өсөн  тағы ун йыл түләргә тейеш булғандар. Бәхетленең шатлығы бергә тигәндәй, быйыл декабрҙә ипотека бурысын түләп бөтөргә ниәтләйҙәр.
Өфөлә йәшәүсе  Бәҙретдиновтар ғаиләһе лә үҙ фатирында йәшәй. Ике миллион ярым  сумманы кәметеүгә бәләкәй  Аэлина  ла ярҙамлаша.
Ғаилә  быйыл республикала  иғлан ителгән  беренсе балаға 300 мең һум проектында ҡатнаша. Ҡасандыр социаль торлаҡ ала алмаған Алмас менән Лиана  был ярҙамға ҡыуанып бөтә алмай.
Лиана Бәҙретдинова: «Беҙ өйләнешкәс тә  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ниәтендә иҫәпкә торғайныҡ. Унан һуң ипотекаға фатир алдыҡ. Социаль программа буйынса фатир алып булманы. Быйыл гәзиттә беренсе балаға 300 мең һум тураһында мәҡәләлә күсемһеҙ милек алғанға тиклем социаль программала ҡатнашырға  дәғүә иткән хәлдә лә  ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында уҡыныҡ».
Йәш ғаиләләрҙә беренсе  балаға 300 мең һум түләү  Республика Башлығы Рөстәм  Хәмитовтың март айындағы  демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы ҡарары нигеҙендә бирелә. Уға  Башҡортостанда йәшәүсе  беренсе балалары тыуған  ғаиләләр дәғүә итә.
Егор Родин, Башҡортостандың төҙөлөш, архитектура  буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Йәштәрҙең икеһе лә 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, уларҙың торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә тороуы шарт. 300 мең һумды эконом-класлы торлаҡ һатып алыуға, ипотеканы ҡаплауға йәки төҙөлөштө тамамлауға тотонорға рөхсәт ителә».
Субсидия юллау өсөн урындағы район йәки ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләү 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку