Республикала тауар етештереү күләме һуңғы ике айҙа тотороҡло ҡала 06.03.2015

Был иһә һуңғы йылдарҙа алынған тиҙлектең энерцияһы. Киләсәктә иҡтисади үҫештең һүлпәнәйеүен кисектереү ауыр буласаҡ. Бындай шарттарҙа республика хөкүмәте  эш алымын тулыһынса үҙгәртергә һәм һөҙөмтәлерәк ҡорорға  тейеш.

Иҡтисади үҫеш министрлығына айырыуса етди бурыстар ҡуйыла, тине Рөстәм Хәмитов  ведомствоның коллегия ултырышында сығыш яһап. Республика етәксеһе иҡтисади көрсөк шарттарында юғары технологиялы етештереү алымдарына һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға иғтибар йүнәлтергә кәңәш итә. Республика башлығы әйтеүенсә, республикала ғына түгел тотош илдә хеҙмәт етештереүе түбән. Был әлбиттә предприятиеларҙың иҫкереүе менән бәйле. Яңы технологиялар , инновацион алымдар индереү республикала бөтөнләй юҡ кимәлдә. Ҡорамалдарҙы ла ситтә индерергә күнеккәнбеҙ. Сеймал һатыуға ғына ҡоролған илдә иҡтисадты һауыҡтырыу ауырға тура киләсәк, тине Рөстәм Хәмитов.
Финанс ауырлыҡтар бер-нисә йылға һуҙылыуы ихтимал. Бындай шарттарҙа  ағым ыңғайына эшләү һөҙөмтә бирмәйәсәк. Ведомсвонан  яңы идеялар һәм инновацион алымдар талап ителә.  Иҡтисади үҫеш министрлығы аныҡ йүнәлештәр билдәләп башҡа министрлыҡтарҙы ла координацияларға, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика