Республикала төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар һаны 3 меңгә барып етте

Республикала төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар һаны 3 меңгә барып етте 30.03.2017

Әле барлығы 23 обьектта эш тотҡарлана. Был турала бөгөн халыҡ аҡсаһына төҙөлгән йорттарҙа  төҙөлөштө тамамлау мәсьәләһенә арналған хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәләнде. Проблемалы обьекттар өс төркөмгә бүленде. Тәүгеһендә, обьектта эштәр бөтөнләй башланмаған, икенсеһендә документтар йәки төҙөлөш ойошмаһының аҡсаһы етешмәүе сәбәпле эштәр туҡтап ҡалған, өсөнсө төркөмдә  төҙөлөш яй бара, килешеүҙәрҙә ҡаралған ваҡыт бөтөнләй үтәлмәй.

Төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар һаны артыуы сәбәбе төрлөсә. Әлбиттә иҡтисади ҡыйынлыҡтар һәм төҙөүселәрҙең проектлауҙағы етешһеҙлектәре. Өлөшләтә төҙөлөш тураһында федераль законды инҡар итеүе ҙә теркәлә. Айырым обьекттарҙа  төҙөлөш ойошмаһы етәкселеге, подрядсы ойошма йәки инвестор хәлде күрәләтә ҡатмарлаштырыу осраҡтары ла бар.  
Кәңәшмәлә хәл ҡатмарлы тип баһаланды. Шулай ҙа федераль ҡануниәттәге төҙәтмәләр уны ыңғай яҡҡа үҙгәртергә форсат бирәсәк. Хәҙер халыҡтан  аҡса йыйыу тураһында иғлан итеү алдынан төҙөлөш ойошмаһы  закон талаптарын үтәргә тейеш. Уларға ярашлы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың сығымдарын ҡаплау күләмендә компенсация фонды булдырыу, архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитетынан тейешле рөхсәт ҡағыҙы алырға кәрәк. Йыл башынан  талаптарҙы үтәгән 26 компанияның декларацияһы ҡарлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика