Республикала төҙөлөш темптары кәмей 25.06.2015

Былтырғы менән сағыштырғанда, башҡарылған эш күләме 82 процент кимәлендә. Шул уҡ ваҡытта быға тиклем йылдам үҫешкән тармаҡ яҡшы күрһәткестәрен һаҡлап ҡала. Волга буйы федераль округында Башҡортостан төҙөлгән объекттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урында.  

Ләкин алдағы айҙарҙа күрһәткестәрҙең насарайыуы көтөлә. Быға дөйөм иҡтисади хәл,  атап әйткәндә, предприятиеларҙың әйләнеш капиталы етмәүе, кредиттарҙың ҡиммәтәйеүе, халыҡтың килеме һәм быға бәйле ихтыяж кәмеүе сәбәпсе. Тармаҡтың һүлпәнәйеүе башҡа кире күренештәргә юл аса. Һалымдар, тимәк, бюджет килеме кәмей, предприятиелар эш урындарын ҡыҫҡартырға мәжбүр, байтаҡ ойошмаларға бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай.
Төҙөлөш тармағының артабанғы үҫеше республика иҡтисады өсөн мөһим. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Мәрҙәнов предприятиеларға ярҙам күрһәтеү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Төҙөүсе ойошмалар көрсөктән сығыу планын тәҡдим итте. Тәү сиратта сығымдарҙы оптималләштереү, ҡыҙғанысҡа, шулай уҡ эш урындарын да кәметеү тәҡдимдәре яңғыраны. Ләкин ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан республикала алданған фатир һатып алыусылар булмаясаҡ.
Хәлит Мәхмүтов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Предприятиелар башлаған проекттарын тамамлаясаҡ. Мәсьәлә контролдә тотола. Ә бына яңы төҙөлөштәргә килгәндә, бында ыңғай һөҙөмтә юҡ. Инвесторҙар иҡтисади хәлде күҙ уңында тотоп ашығырға теләмәй».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика