Республикала хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште көйләү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 500 миллион һум аҡса кәрәк

Республикала хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште көйләү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 500 миллион һум аҡса кәрәк 04.02.2015

Был хаҡта республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Ведомство етәксеһе Ленара Иванова билдәләүенсә, әлегә хеҙмәт баҙарында хәлдәр тотороҡло. Эшһеҙлек буйынса күрһәткес дөйөм Рәсәй кимәлендә - 1,2 процент тәшкил итә. Әммә ләкин ҡайһы бер предприятиеларҙың ябылыуы сәбәпле, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫҡартылыуы, тулы булмаған эш графигына күсеүе хаҡында тәүге сигналдар бар.  Эш биреүселәр араһында уҙғарылған һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, быйыл туғыҙ меңдән ашыу кеше эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. Был айырыуса Өфө, Салауат, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына ҡағыла. Ленара Иванова әйтеүенсә, йыл башынан 650 кеше эштән бушатылған, биш меңгә яҡыны тулы булмаған эш графигына күсерелгән. Әле республикала мәсьәләне көйләү маҡсатында өҫтәмә саралар программаһы әҙерләнә. Был федераль бюджеттан субсидия алыу өсөн төп шарт булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку