Республикала күсемһеҙ милекте инвентаризациялау кампанияһы бара

Республикала күсемһеҙ милекте  инвентаризациялау кампанияһы бара 06.09.2017

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы урындағы муниципалитеттар менән берлектә рейдтар үткәрә. Сара барышында күп кенә закон боҙоу осраҡтары ла  асыҡланған.

Ҡыҙыл яр ауылы ситендә кәртәләп алынған был урын ҡасандыр Чапаев колхозы биләмәләре булған. Ойошма тарҡалғас, бина ла, ер ҙә һатылған, ауыл хужалығы категорияһына ҡараған майҙанда йорт һалынған, унда Ишемовтар ғаиләһе йәшәй. Был - күрәләтә закон боҙоу. Етмәһә, дөрөҫ кәртәләнмәгән. Йорт бөтөнләй күрше участкала ултыра.  
Олег Ишемов, Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүсе: «Мин был  ерҙе һатып алдым. Уны миңә тиклем булған хужа 2005 йылда кәртәләгән. Мин яңырттым ғына.  Йортто сит кеше ерендә һалмаҫ та инем. Хәҙер документтар юлларға тура килә инде».
Ерҙе маҡсатлы файҙаланмау һәм башҡа етешһеҙлектәр рейд барышында асыҡлана. Быйыл йәй башынан Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республикала инвентаризация кампанияһы  үткәрә. Һәр муниципалитетта мобиль төркөмдәр өй беренсә йөрөп ер участкаларын, капиталь төҙөлөш объекттарын теркәй. Улар шулай уҡ ҡулланылмаған, хужаһыҙ күсемһеҙ милек объекттарын иҫәпкә ала һәм Росреестр мәғлүмәттәре менән сағыштыра.
Любовь Ҡарабаева, Ҡыҙылъяр ауыл советы биләмәһе башлығы: «Ерҙе үҙ белдектәре менән файҙаланыу, шәхси йорттарҙы  Росреестрҙа теркәмәү кеүек миҫалдар күп. Йә иһә, документтар буйынса бер ҡатлы йорт, ә унда ике ҡатлы өй һалынған».
Ер участкаһында йорт һалынған, әммә ул Реестрҙа юҡ икән, төркөм ағзалары аңлатыу эше лә алып бара. Законһыҙ төҙөлөш асыҡланһа, объектты һүтеү миҫалы ла бар. Ә участка сиктәре дөрөҫ билдәләнмәгән осраҡтар бихисап.    
Башҡортостанда яҡынса 5 миллионға яҡын объект һанала. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 600-ҙән ашыу ер участкаһы, 175 мең шәхси торлаҡ төҙөлөшө ерҙәре һәм 440 капиталь төҙөлөш объекттары бөтөнләй теркәлмәгән.Теркәлмәгән объекттарҙы әйләнешкә индереп һалым күләмен арттырыу бурысы ҡуйылған.  Сөнки иҫәптә булмаған милек арҡаһында килем юғала.  
Евгений Гурьев, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры: «Ер шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бирелгән, ә унда шиномонтаж тора. Ошондай осраҡтар ҙа бар. Шиномонтаж эшләүе насар түгел, тик ундай ер категорияһы өсөн һалым күләме бөтөнләй башҡа.  Кампания ярҙамында алдан иҫәпләүҙәр буйынса  республика ҡаҙнаһына  килемде 4 миллиардҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ».
Закон боҙолған осраҡта шәхестәргә административ штраф  һалына.  Әммә сара кемделер яуапҡа тарттырыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Кешеләргә күсемһеҙ милеккә булған хоҡуҡты теркәргә ярҙам итеү, төбәктә был өлкәлә тәртип булдырыу.  Инвентаризациялау кампанияһын йыл аҙағынаса үткәреү ҡаралған, әгәр эштәр тамамланмаһа уны тағы бер йылға оҙайтыу ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку