Республикала етештерелгән продукция ни өсөн сауҙа селтәрҙәрендә һирәк осрай?

Республикала етештерелгән продукция ни өсөн  сауҙа селтәрҙәрендә һирәк осрай? 27.02.2015

Башҡортостан эшҡыуарҙары, тауарҙарҙы ҙур магазин кәштәләренә сығарғанда бик ҙур кәртәләр булыуына зарлана. Был миллионлаған һумлыҡ штрафтар, төрлө комиссиялар  һәм түләүҙәр... Һөҙөмтәлә бәләкәй шәхси предприятиелар үҫешә алмай.

Был кондитер цехында бар тәмлекәстәр ҙә тәбиғи ризыҡтарҙан бешерелә. Торттарҙың ҡамырына бер ниндәй ҙә химия ҡушылмай, уны биҙәгәндә лә туҡып күбекләндерелгән ҡаймаҡ ҡулланыла.
Бешерелгән  ризыҡты һатып аҡса эшләү һәр етештереүсенең маҡсаты. Ләкин күптәр өсөн тап ошо этапта проблемалар башлана ла инде. Бигерәк тә федераль селтәрҙәргә сығырға теләүселәр өсөн. Валерий Мачнев кондитер цехын бер нисә йыл элек аса. Эшҡыуар  Рәсәйҙең федераль селтәрҙәренең береһе менән килешеү төҙөй. Унда эләгеү өсөн 300 мең һум аҡса түләй. Һуңғараҡ был сумманы йыл һайын түләп торорға кәрәклеге асыҡлана.  
Валерий Мачнев, шәхси эшҡыуар: «Федераль селтәрҙәр аҙыҡ-түлекте кәштәгә ҡуйғанда 50 процент өҫтәмә хаҡ өҫтәй. Бынан тыш, ниндәйҙер реклама өсөн 7 процент  һәм башҡа түлүҙәр ҡушыла. Һөҙөмтәлә кәштәгә продукция ҡуйыусы эшҡыуарҙар федераль селтәрҙең коммуналь түләүҙәрен дә, реклама хаҡын да ҡаплай. Килешеүҙә уларҙың вазифаһы  ике юлда яҙылһа, беҙҙең бурыстар бер нисә битлеккә һуҙыла».  
Ҡыҙғанысҡа, тәбиғи ризыҡтарҙан бешерелгән әйберҙәрҙең һаҡланыу ваҡыты оҙаҡ  түгел. Был тәмлекәстәр биш көндән ашарға яраҡһыҙ буласаҡ. Тап ошо проблеманың нигеҙе булып тора ла инде. Күп магазиндар табыш артынан ҡыуып, аҙыҡ-түлекте, шул иҫәптән кондитер изделиеларҙы сит ил һәм өлкәләрҙең ҙур ойошмаларынан  һатып ала. Хаҡы арзан, һаҡланыу ваҡыты ла оҙаҡ... Ләкин уларҙың составында, әлбиттә, тәбиғи бер нәмә лә юҡ.
Был цехта көнөнә 500-600 торт бешерелә. Иң мөһиме, ашнаҡсылар эштәрен күңелен биреп башҡара. Ә бар нәмә автоматлаштырылған заманда, бындай продукцияны табыуы ауыр.
Тәмле торттарға, печеньеларға ихтыяж ҙур. Ләкин уларҙы алмаштырырлыҡ әйберҙәр булғанға, ҙур селтәрҙәр был аҙыҡ-түлекте лә, уларҙы етештереүсе ойошмаларҙы  күрмәй ҙә.
Виталий Черевков, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе: «Федераль селтәрҙәргә ҡарата пылесос тигән йәмһеҙ термин бар. Икенсе төрлө әйткәндә, республикаға төрлө төбәктән арзан һәм сифатһыҙ тауарҙар индереп, улар беҙҙең республикаға бер ниндәй ҙа табыш килтермәй. Һөҙөмтәлә, үҙебеҙҙең етештереүселәр килемһеҙ ҡала».
Проблеманы хәл итеү юлдары ла юҡ түгел... Бының өсөн халыҡ республикала етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, конкуренция тыуҙырырға кәрәк. Ә баҙар иҡтисады ҡаты ҡағиҙәләр буйынса эшләй. Көн һайын республикала, федераль селтәрҙәрҙең баҫымынан ике-өс бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы ябыла.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку