Республикала дәүләт шәхси-партнерлығын индереү буйынса уҡытыу ойошторола

Республикала дәүләт шәхси-партнерлығын индереү буйынса  уҡытыу ойошторола 20.09.2017

Ул дәүләт һәм муниципаль органдар белгестәре өсөн тәғәйенләнгән. Уҡытыу программаһы Милли дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге тарафынан әҙерләнгән. Өфөлә  уҙғарылған осрашыуҙарҙа үҙәктең  етәкселәре лә сығыш яһай.  Улар билдәләүенсә,  Башҡортостан был системаны ҡулланыу буйынса Волга буйы  федераль округында  өсөнсө урынды биләй, ә ил буйынса алғанда, алдынғы ун төбәк исемлегенә инә.  

Әле республикала дәүләт-шәхси партнерлығы ярҙамында 15 проект ғәмәлгә ашырыла. Өс  физкультура-һауыҡтырыу комплексы өсөн инвесторҙар эҙләү бара, әле улар йәмәғәт тыңлауҙары үтә. Тәҡдимдәр бик күп, йөҙҙән ашыу,  был проекттар иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына ҡағыла. Сөнки дәүләт-шәхси патнерлығын  барлыҡ өлкәләрҙә лә  файҙаланырға мөмкин, тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, мәҙәниәт, спорт  объекттары хаҡында һүҙ бара.  Уҡытыу ойоштороу  системаны индереү буйынса күп һорауҙарға яуап табырға һәм эште тағы тиҙләтергә булышлыҡ итер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку