Республикала Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының махсус проекты сиктәрендә ике йылда дүрт меңгә яҡын кеше яңы һөнәр үҙләштергән, квалификацияһын күтәргән

Республикала  Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының  махсус проекты сиктәрендә ике йылда  дүрт меңгә яҡын кеше  яңы һөнәр үҙләштергән, квалификацияһын күтәргән 28.01.2017

Ошо маҡсатта федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан сығымдар бүленә. Программа хеҙмәт баҙарындағы хәлде көйләргә   ярҙам итә. Уға ярашлы, «Технодинамика» холдингының «Гидравлика» агрегат предприятиеһынан  389 белгес һөнәр яңыртҡан, 50 кеше ойошмаға эшкә урынлашҡан.  

Завод цехында токарҙар  көслө тауыш аҫтында эшләй. Эдуард Ҡотдосов ҡына бер нимә лә ишетмәй.  Һаңғырау-телһеҙ егет ойошмала ун йылдан ашыу. Тәжрибә туплаған эшсегә  былтыр республика   программаһы сиктәрендә квалификацияһын күтәрергә  мөмкинлек тыуған. Бынан ары ул  ишетмәгән һәм һөйләй алмаған хеҙмәттәштәренә үҙе уҡыуҙар үткәрә аласаҡ.  
Эдуард Ҡотдосов, токарь, производствола уҡытыу буйынса мастер: «Мин уҡырға барыуымды белгәс бик ҡыуандым. Ҡатмарлы булыр тип уйлағайным, һаңғырау-телһеҙҙәргә белем алырға бөтә шарттар булдырылды. Хәҙер үҙемдең белгәндәремде башҡаларға ла өйрәтә алам».
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының юғары уҡыу йорттары һәм ойошмалар менән берлектәге проекты ике йыл элек старт алған.
Уның ярҙамында предприятиенең 389 эшсеһе  квалификация күтәреү буйынса белем алған һәм яңы һөнәрҙәр үҙләштергән. Мәҫәлән, ғүмер буйы токарь булып эшләгәндәр артабан фрезерсы станогы артына баҫа ала. Программаға ярашлы, завод 50 йәш кадр менән тулылынаған.  Уларға биш ай дауамында эш хаҡы программа буйынса бүленгән аҡсанан түләнгән.
Айҙар Шарапов, инженер: «Мин тап ошо программа ярҙамында  инженер булып  эшкә урынлаштым.  Өфө авиация техник университетында магистратурала белем алам. Уҡыуымды тамамламағас  күп ерҙә эшкә алмағайнылар».  
Белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы белем стандарттары буйынса программа төҙөлгән. Былтыр ярты йыл эсендә генә бер предприятиенан 211 кеше уҡып дипломлы булған.  
Иван Сергиенко, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт университетының «Асыҡ электрон  университет» департаменты етәксеһе: «Уҡытыу ғәҙәти лекциялар , практика  һәм  электрон рәүештә алып барылды. Предприятиеларҙа компьютер кластары булдырылды һәм эшселәр үҙаллы шөғөлләнеп белгәнен нығыта алды».
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  республикала эшһеҙлек кәмеүгә табан бара. Бер йыл элек 26 мең эшһеҙ иҫәпләнһә, әле был һан дүрт меңгә кәмегән. Төбәктә ике йыл элек   23 мең эш урыны тәҡдим ителһә, әле 32 мең хеҙмәт урыны белгестәрҙе көтә.  
Һуңғы йылдарҙағы көрсөк һәм башҡа сәбәптәрҙән  ҡыҫҡартыуҙар һәм оптималләштереүҙәр бара.Тап ошондай шарттарҙа тәжрибәле кадрҙарҙы һаҡлап ҡалыуҙа һәм яңыларын эшкә өйрәтеүҙә республика программаһы ҙур мөмкинлектәр аса.          


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку