Республикала 600 эшҡыуар социаль хеҙмәт күрһәтә

Республикала 600 эшҡыуар социаль хеҙмәт күрһәтә 14.03.2017

Бөгөн Өфөлә  социаль эшҡыуарлыҡ буйынса икенсе форум уҙҙы. Егерменән ашыу йүнсел төрлө номинацияла дипломдар менән бүләкләнде. Форумда шулай уҡ Благовещен заводы менән республиканың социаль өлкәһен яңыртыу үҙәге араһында 2 миллион һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылды.  

Теген машиналарының тауышын улар ишетмәй, әммә эште ҡолағы ишеткәндәрҙән яҡшыраҡ башҡара. Етәкселәре һәр хәлдә шулай ти. Һаңғырау ҡатын-ҡыҙҙарҙы  ул тегеү цехына бер йыл элек алған.
Юлия Федорова, тегеү цехы етәксеһе: «Беҙҙең төрлө эшселәребеҙ булды, тик ҡолағы ишетмәгәндәр иғтибарлыраҡ, талапты ла теүәл башҡаралар. Сумкалар һәм балалар түшәк кәрәк-яраҡтары тегәбеҙ».
Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш урындары булдырыу, киреһенсә,  социаль яҡлауға мохтаждарҙы ҡарау һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеүсе эшҡыуарҙар Өфөлә  икенсе тапҡыр форумға  йыйылды. Үҙҙәрен социаль эшҡыуар булараҡ танытыусылар 26 төрлө номинация буйынса бүләкләнде. Был төр  эшҡыуарлыҡтың сиктәре билдәләнмәгән - халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр киң. Бөҙрәхана, шәхси медицина клиникалары, өлкәндәрҙе ҡарау  һәм башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтергә  батырсылыҡ итеп эш башлағандарға дәүләт ярҙамы бар, ти форумда ҡатнашыусылар.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Социаль эшҡыуарҙар йылдан-йыл күбәйә.  Республикала  күптән түгел  генә 200 эшҡыуар булһа, хәҙер улар 600-гә етте. Өйҙә хеҙмәт күрһәтеү булһынмы, мәктәпкәсә учреждениемы - дәүләт эшҡыуарҙарға юл бирә. Йүнселдәр артҡан һайын конкурентлыҡ барлыҡҡа килә».
Йылдың иң яҡшы стартабы - Сибай ҡалаһы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Илһам Әбделғужиндыҡы. Әлегә уның проекты Урал аръяғында тәүгеһе -  бер йыл элек урындағы социаль приют ябылғас, был йүнәлештә шәхси үҙәк аса. Пансионатта  Сибай ҡалаһы, Йылайыр, Хәйбулла һәм күрше райондарҙан егерменән ашыу  кеше йәшәй.
Социаль эшҡыуарлыҡ дәүләт өсөн отошло тармаҡ. Социаль приют миҫалын алып ҡарағанда ғына,  ҡаҙнанан бер кешене аҫырау өсөн  көнөнә 1 мең һум  тирәһе аҡса бүленә, пенсионер кеҫәһенән 100 һум ғына тотонола. Шәхси ҡулдағы приютта инде кеше башынан  450 һум алына, уны пенсионер тотош үҙе түләй.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса теләгән кеше бушлай уҡый ала. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә  эре предприятиелар ҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Форумда  Благовещен ҡалаһы арматура заводы менән республиканың социаль өлкәһен яңыртыу үҙәге араһында 2 миллион һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылды. Әле эшләп килгән проекттарға ла, яңыһын булдырырға  теләүселәргә лә завод аҡса бүләсәк.
  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку