Республикала 2017 йылда ипотекаға фатир һатып алыусылар һәм өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар артҡан

Республикала  2017 йылда ипотекаға  фатир  һатып алыусылар  һәм өлөшләтә торлаҡ  төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар артҡан  25.01.2018

Бөгөн Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығында уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Ипотекаға 78 мең кеше фатир һатып алған, өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшө буйынса  17 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән. 2016 йыл менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр  11 процентҡа кәмегән.

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәү, килешеү төҙөү буйынса республика Рәсәйҙә алтынсы урында. Көн һайын идаралыҡҡа 4 меңдән ашыу  кеше мөрәжәғәт итә. Документтарҙы ҡабул итеү һәм тапшырыуҙы күп функциялы үҙәктәрҙә лә алып барылыуы эште тағы ла тиҙерәк башҡарырға булышлыҡ итә. Документтар һанаулы ғына көндәр эсендә әҙер була. Шулай уҡ электрон форматты ҡулланыуҙа ла  алға китеш бар.
Петр Клец, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе: «Былтыр бөтәһе  729 меңдән ашыу   күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәүе, килешеүҙәр төҙөү  башҡарылған. 2016 йылға ҡарағанда 11 процентҡа аҙыраҡ булыуы тотош илдәге иҡтисади хәл менән аңлатылалыр тип уйлайым. Электрон форматта эшләү буйынса  Башҡортостан  былтыр Рәсәйҙә өсөнсө урынға сыҡты. Бер йыл эсендә граждандарҙан 52 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку