Республикала 18 музыка мәктәбе лицензияһыҙ эшләй

Республикала 18 музыка мәктәбе лицензияһыҙ эшләй 18.02.2015

Белем усаҡтарына лицензия бирелмәүе биналарҙың төҙөлөш, санитар һәм гигиена талаптарына яуап бирмәүенә бәйле. Мәсьәлә  Контроль иҫәп палатаһы ултырышында ҡаралды.

Өфөнөң  9-сы музыка мәктәбендә белем алыусы бер туғандар былтыр Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы. Гөлйемеш Ҡылысова менән Гөлгөнә Баһауетдинова думбырала уйнай. Музыка мәктәбендә шөғөлләнеүсе йәш һәләттәр моң донъяһында тәүге аҙымдарын яһай, ҡаҙаныштарға ирешә. Ләкин  Контроль иҫәп палатаһы тикшереүе барышында был мәктәптең лицензияһыҙ эшләүе асыҡланған. Бындай белем усаҡтары республикала байтаҡ. Иҫкергән биналар заман талаптарына яуап бирмәй, шуға рөхсәт ҡағыҙы ла ала алмай. Шуға ҡарамаҫтан мәктәптәр эшмәкәрлек алып барыуҙан туҡтамай.
Елена Петрова, контроль иҫәп палатаһы аудиторы: «Янғын хәүефһеҙлеге стандарттары йыш үҙгәреп тора. Биналарҙы төҙөкләндереп стандарттарға тап килтереү өсөн бик күп аҡса талап ителә. Балаларыбыҙ шул мәктәптәргә йөрөй икән проблема хәл ителергә тейеш. Бюджет дефицитына ғына һылтанырға ярамай. Белем усағының мотлаҡ лицензияһы булырға тейеш».  
Мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына депутаттар менән берлектә эш итергә кәрәк, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Иҫке биналарҙа дәрес уҙғарыу балалар өсөн дә хәүефле. Уларҙың барыһында ла капиталь ремонт уҙғарыу талап ителә. Ә ҡайһы бер музыка мәктәптәрен төҙөкләндереү эштәре генә ҡотҡара алмай. Шулай ҙа был белем усаҡтарын һаҡлап алып ҡалырға, уҡыусылар һанын 12 процентҡа арттырырға тигән маҡсат ҡуйылды ултырышта. Шул уҡ ваҡытта Контроль иҫәп палатаһы күтәргән һорауҙар бының менән генә сикләнмәй.
Республика ҡалаларында күп функциялы үҙәктәр бар. Бында берҙәм тәҙрә принципы буйынса төрлө документтарҙы рәсмиләштерергә мөмкин. Өфөлә барлығы  ошондай ете үҙәк асылырға тейеш була. Ләкин әле уларҙың өсөһө генә эшләй. Баш ҡалала функциялы үҙәктәрҙең төп офисынан көнө буйы кеше өҙөлмәй.  
Бында халыҡтың күпләп мөрәжәғәт итеүенән оҙон сираттар барлыҡҡа килә. Шуға һәр кем йомошон йомошлар өсөн бер нисә сәғәт көтөргә мәжбүр. Ә закон буйынса был ваҡыт ни бары 15 минутҡа тиң. Әлбиттә, ҡағиҙәләрҙең боҙолоуы барыһында ла ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ә ҡайһы бер райондарҙа бындай үҙәктәрҙә бөтөнләй кеше юҡ. Тикшереүҙәрҙән һуң Контроль иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәре төҙөлөш алдынан ошо нескәлектәр күҙалланмаған тигән һығымтаға килде. Ике йылда программаны тормошҡа ашырыуға 1 миллиард ярым һум аҡса бүленә. Был сумма программала ҡаралған сумманан ике тапҡырға юғары. Киләсәктә республиканы күп функциялы үҙәктәр менән тәьмин итеү программаһын дауам итергә, уларҙың эшен яйға һалыу өсөн мониторинг үткәрергә тәҡдим ителде.
Башҡортостанда күп функциялы үҙәктәр Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип баһаланһа ла, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү көн талабы. Халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн булдырылған үҙәктә уңайһыҙлыҡтар булырға тейеш түгел. Был иң төп бурыс...
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку