Республика юлдарының яртыһы тейешле нормативтарға яуап бирә

Республика юлдарының яртыһы тейешле нормативтарға яуап бирә 09.02.2018

Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты уҙған йылға йомғаҡ яһағанда белдерҙе. Былтыр төбәктә мең саҡрымдан ашыу юл төҙөкләндерелгән, 60-лап саҡрымы яңынан һалынған. Юл фонды 17 миллиард һум тәшкил иткән.

2017 йылдың төп ҡаҙанышы  Өфөнөң көнсығыш ҡапҡаһындағы төҙөлөш. Баш ҡала Рәсәйҙең транспорт министрлығы ярҙамында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проектында ҡатнаша. Уның сиктәрендә урамдар, аллея, шулай уҡ эргә-тирәлеге ауылдарҙы тоташтырыусы юлдар төҙөкләндерелә. Әлегә республиканың 47 процент ҡасаба-ара юлдары тейешле нормаларға яуап бирә.
Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «2018 йыл аҙағына тиклем Өфө агломерацияһы бар талаптарға ла яуап бирәсәк. Юл-транспорт ваҡиғаларын ике тапҡырға тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тотабыҙ».
Комитет ултырышында йәмәғәт транспортының бөгөнгө торошона ла байҡау яһалды. Республикала индерелгән мәғлүмәт навигация системаһы халыҡҡа заманса мөмкинлектәр асыуы, уларҙың үтәлеше тикшерелде. Интернет ярҙамында хәҙер автобустарҙың ниндәй маршрут буйынса хәрәкәт итеүен ҡарарға була. Киләсәктә транспортты валидатор, турникет менән йыһазландырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку