Республика йортонда ведомство-ара комиссия ултырышы үтте

Республика йортонда ведомство-ара комиссия ултырышы үтте 15.08.2014

Бюджетҡа килем күләмен арттырыу,  һалымға ташламаларҙы оптималләштереү,  урындағы үҙидара органдарының финанс үҙаллылығын көсәйтеү. Ошо һәм башҡа проблемалар бөгөн Республика йортонда үткән ведомство-ара комиссия ултырышында тикшерелде.  Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  республиканың консолидацияланған  бюджетына килем күләме арта. Быйыл ете айҙа ҡаҙнаға 77 миллиард һум аҡса ингән, был былтырғы менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда, уртаса, Волга буйы федераль округындағы төбәктәр  араһында  алдынғы баҫҡыста тип әйтергә мөмкин.  Һалым ташламаларын оптималләштереү  ҙә бюджетҡа табыш күләмен арттырған. Ике йыл эсендә генә предприятие-компанияларға  һалым преференсиялары 6 миллиард һумға кәмегән.  Ултырышта  муниципаль берәмектәрҙең  финанс үҙаллылығын көсәйтеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле урындағы үҙидараға йыл һайын 40 миллиард һум йүнәлтелә,  был аҡса социаль объекттар төҙөүгә  тотонола. Тик был финанс ярҙам  үҙидара органдарының  өҫтәмә табыш сығанағы эҙләмәүенә   килтерә, тине Рөстәм Хәмитов.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку