Республика төбәктәрендә көҙгө йәрминкәләр гөрләй

Республика төбәктәрендә көҙгө йәрминкәләр гөрләй 03.10.2016

Уҙған ял көндәрендә Күгәрсен район үҙәгендә ойошторолған сара ололар көнөнә арналды. Шәхси һәм фермер хужалыҡтары халыҡҡа үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы тәҡдим итте. Аралашсыһыҙ үткән продукцияның хаҡы күпкә арзан ине.

Өҫтәүенә,  байрам уңайынан һатып алыусыларға ташламалар ҙа яһалды. Халыҡ күпләп иген, ит, бал, йәшелсә һатып алды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ауыл хужалығы йәрминкәләре йыл аҙағына тиклем дауам итә.
Шулай уҡ райондың Теләүембәт ауылында яңы мәсет асылды. Хәҙер иман йорттары һаны өс тиҫтәгә яҡынлашты. Ауылдың йөҙөк ҡашына әүерелгән изге йорт элекке көнкүреш-хеҙмәтләндереү бинаһында урынлашҡан. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелеп, йылы үткәреп сафҡа индерелгән. Ауыл халҡы был изге эшкә халыҡ күңелдән ҡушылған. Әйтергә кәрәк, мәсеттең бер бүлмәһендә ауыл тарихын яҡтыртҡан музей урын аласаҡ. Унда ҡомартҡылар туплайһы, төрлө архив материалдар менән тулыландырыу эштәре бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку