Республика хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн 218 миллион һум аласаҡ

Республика хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн 218 миллион һум аласаҡ 08.09.2015

Ошо маҡсатта федераль бюджеттан дөйөм күләме 320 миллион һумға яҡын тәшкил иткән субсидия Башҡортостанға, шулай уҡ Иванов һәм Һарытау өлкәләренә бирелә.

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 11 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. 2015 йылда мәшғүллек өлкәһендә өҫтәмә «көрсөккә ҡаршы» сараларға дөйөм дәүләт ярҙамы республика өсөн 230 миллион 269 мең һум самаһы буласаҡ. Аҡса республиканың алты предприятиеһына – «НефАЗ», «Искож», Мәләүездәге «Эколайн» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Учалы тегеү фабрикаһы һәм Белорет металлургия комбинатына ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Йәштәрҙең мәшғүллеген әүҙемләштереүгә 20 миллион һумдан ашыу бүленәсәк. Социаль проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ғариза биргән йәш эшҡыуарҙар 300 мең һум күләмендә грант аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку