Республика халҡының ҡаҙнаға өс миллиард һум бурысы йыйылған

Республика халҡының ҡаҙнаға өс миллиард һум бурысы йыйылған 01.03.2017

Шул иҫәптән 2 миллиардтан ашыуы транспорт һалымы. Был аҡсаларҙы дәүләткә ҡайтарыу буйынса етди эш алып барыла. Был аҙнанан башлап 12 мартҡа тиклем республиканың һәр район- ҡалаһында рейдтар уҙғарыласаҡ. Һалым инспекторҙары суд приставтары менән берлектә бирәсәге булғандарҙың йорттарына барасаҡ. Әгәр бурыслы кеше күрәләтә түләмәй икән ҡәтғи саралар күреү ҡаралған.

Бөгөн шундай рейдтарҙың береһе баш ҡаланың Дим районында үтте. Был биҫтәлә бурысы ике йөҙ меңгә яҡынлашҡан кешеләр ҙә йәшәй. Бындай граждандар, ғәҙәттә, суд приставтарын һәм һалым инспекторҙарының килеүенә һәр ваҡыт әҙер. Йә өйҙә булмайҙар, йә иһә ишекте асмайҙар. Суд приставтары әйтеүенсә, проблеманы тыныс юл менән хәл итеү хәйерлерәк. Юҡһа, закон нигеҙендә ишекте астырыу алымдары байтаҡ.
Һалым инспекторҙарының суд приставтары менән берлектә эшләүе һөҙөмтәһендә йыл башынан алып ҡына ҡаҙнаға 130 миллион һум аҡса ҡайтарылған. Бирәсәкте тотҡарлаған һайын ул өҫтәлә генә. Шуға күрә һалым өсөн  ваҡытында иҫәпләшеп ҡуйыу  хәйерлерәк. Һаран ике түләр тигән әйтемде оноторға ярамай, ти һалым инспекторҙары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку