Республика Хөкүмәтенең аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап тотоуына ҡарамаҫтан, айырым сауҙа үҙәктәрендә уның артыуы күҙәтелә 15.08.2014

Айырыуса диңгеҙ ризыҡтары менән ҡош ите ҡиммәтләнгән. Сауҙа өлкәһе белгестәре әйтеүенсә, сит илдәрҙән индерелгән аҙыҡ-түлеккә  сикләүҙе алыпһатарҙар үҙ мәнфәғәтендә  файҙаланып ҡалырға тырыша. Быға һис тә юл ҡуйырға ярамай. Башҡортостан үҙ- үҙен ауыл хужалығы тауарҙары һәм тәү кәрәк ризыҡтар менән тәьмин итә ала. Хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреүселәр яуапҡа тарттырыласаҡ, тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев район башлыҡтары ҡатнашлығындағы селектор кәңәшмәһендә.

Сауҙа үҙәктәрендә хәбәрселәрҙе киң ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙары аңлашыла. Сит илдән аҙыҡ-түлек индереү тыйылған ваҡытта хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап тотоу икеле. Күрәһең, был баҙар ҙа  мәлде файҙаланып килем алып ҡалырға булған. Ләкин һаҡ хеҙмәте хаҡтар менән танышырға мөмкинлек бирмәне. Ә бына һатып алыусыларҙың ауыҙын ябып булмай.
Хаҡтар  етди контроль  аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, бер урында тормай. Уларҙы ауыҙлыҡлау өсөн хөкүмәттә ауыл хужалығы тауарҙарына һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күҙәтеү буйынса штаб та төҙөлдө. Улар сауҙа үҙәктәрендәге хәлдәр менән көн дә танышып тора. Хаҡтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүе асыҡлана икән, мәғлүмәт монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәтенә ебәрелә һәм алыпһатарҙар үҙ язаһын аласаҡ. Хөкүмәт Премьер-Министры урынбаҫары Эрнст Исаев әйтеүенсә, әле хәл ярайһы уҡ тотороҡло ҡала. Шулай ҙа бер нисә урындан  ялыу менән мөрәжәғәт итеүселәр бар.
Билдәле булыуынса әле ҡош ите менән диңгеҙ ризыҡтарына хаҡтар күтәрелә. Белгестәр әйтеүенсә, тауыҡ итенә ҡытлыҡ ваҡытлыса. Әле сит илдән индерелгән ризыҡтарҙың һуңғы партиялары һатыла һәм хаҡтар күтәрелеүе аңлашыла. Тиҙҙән был бушлыҡты үҙебеҙҙең  етештереүселәр  ҡаплаясаҡ. Ә бына ҡыҙыл балыҡ менән хәл киҫкен. Хәйер, уны һатып алыусылар ҙа беҙҙә бик аҙ. Шулай ҙа был етешһеҙлекте бөтөрөү әле көнүҙәк мәсьәлә. Штаб ағзалары сит илдән индереү тыйылған ризыҡтарҙы алмаштыра  алырлыҡ  етештереүселәргә  ярҙам итеү юлдарын да эҙләне. Башҡортостанға ауыл хужалығы тармағын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды, ти белгестәр. Ләкин агрокомплекс хеҙмәткәрҙәре лә нымыҫлы эшләргә бурыслы.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика