Республика хөкүмәтендә эконом класлы торлаҡ төшөнсөһен стандарт торлаҡ төшөнсәһенә алмаштырыу буйынса ҡыҙыу бәхәс бара 03.04.2017

Белгестәр фекеренсә,  тотош донъя кимәлендә стандарт торлаҡ төшөнсәһе бар, башҡалары  стандарт тышында ҡала. Былтыр  Рәсәй төҙөлөш министрлығы халыҡ-ара симпозиумдарҙа сит ил вәкилдәренә эконом торлаҡ төшөнсәһен аңлатыуы ҡыйын, шуға ла унан баш тартыу уңайлыраҡ булыр тип белдергәйне.

Камилә Фазлыева, ипотека бюроһы етәксеһе: «Башҡортостандың күсемһеҙ милек баҙарында ла эконом торлаҡ төшөнсәһе көнүҙәклеген юғалта бара. Уға алмашҡа ҡеүәтле төҙөлөш ойошмалары индергән комфорт класлы торлаҡ төшөнсәһе килде, ул күпкә сифатлыраҡ, уйланып эшләнгән һәм хаҡы ла эконом кластыҡынан  ҡиммәт түгел».
Рәсәй төҙөлөш министрлығы мәғлүмәтенән күренеүенсә, 2016 йылда илдә сафҡа индерелгән торлаҡтың 20 миллион квадрат метры, йәғни барлыҡ күләмдең яртыһы тиерлек тап эконом класлы торлаҡҡа тура килә. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда, яҡынса 10 процентҡа күберәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика