Республика көнө уңайынан баш ҡалала ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре уҙҙы 11.10.2016

Йүнселдәрҙән йәшелсә, ит һәм һөт продукцияһын магазиндыҡына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкин ине. Өфөләрҙе мул уңыш менән ҡыуандырыусылар ташлама ла яһаны.

Саҡмағоштан Резеда Ҡәйүмова Өфө йәрминкәләрендә тәүгә генә ҡатнашмай. Ғаилә бизнесы үтә лә килемле - татлы балға йыл дауамында ихтыяж кәмемәй. Ҡандала үләне, ҡарабойҙайҙан йыйылған тәмлекәстең хаҡы ла тешләшмәй. Өс литрын 1300 һумға һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, ҡатын шифалы прополис та килтергән.
Ауыл уңғандары республиканың төрлө райондарынан йыйылған. Йәй ҡоро булыуға ҡарамаҫтан, улар көҙгө уңыш менән маҡтана ала. Баҡса-яланда үҫтерелгән картуфты ғына ла ҡала халҡы тоҡлап һатып алды. Килограммы яҡынса 14 һумға төштө.
Ҡала халҡы байрам өҫтәлен әҙерләр өсөн күпләп кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә һатып алды. Яҡындарын төрлө турамалар, тәмле ризыҡтар менән ҡыуандырырға ниәтләй улар. Йәрминкәлә тәҡдим ителгән баҡса уңышы бигерәк тә ололар мкүңеленә хуш килде.
Көҙгө мул уңыштан тыш, йәрминкәлә миндек, быйма ла һатып алырға мөмкин. Аяҡ кейеменең бер пары уртаса ете йөҙ һум ине. Шулай ҙа әлегә сатлама һыуыҡтарға әҙерләнә башлаусылар һирәк.
Шулай уҡ йәрминкәнән бәшмәкселәр ҙә ситтә ҡалманы. Тәбиғәт биргән ризыҡ һәр өҫтәлгә йәм, халыҡҡа дауа бирер тигән ышаныста улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика