Республика биш ай эсендә  хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы 517 миллион һумға кәметеүгә өлгәшкән 05.07.2017

Был турала бөгөн  Башҡортостандың Хеҙмәт һәм  халыҡты социаль яҡлау министрлығында үткән ведомство-ара комиссия ултырышында билдәләнде.

Статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса республикала һуңғы айҙарҙа хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙың кәмеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, май айынан  бурыс күләме 3,8  тапҡырға кәмегән. Хеҙмәткәрҙәр һанына күсергәндә  609 кешенән 156-ға тиклем.  Әле был кешеләргә башҡарған хеҙмәте өсөн түләнергә тейешле  аҡса иҫәбе 3 миллион һумға яҡын.  Ведомство-ара комиссия  бурыслы предприятиелар менән айына ике тапҡыр ултырыш үткәрә, көрсөктән сығыу юлдары барлана, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләү мөмкинлектәре ҡарала.  Бөгөнгө ултырышҡа  бурыстары булған 5 ойошма вәкилдәре саҡырылды. Улар Өфө фанера комбинаты,  Ауырғазы районының "Искра" ауыл хужалығы кооперативы һәм Ғафури, Туймазы райондарының Ишембай ҡалаһы һәм районының ДОСААФ бүлексәләре.  Һуңғыһы буйынса, структураның финанс эшмәкәрлеге буйынса тулы тикшереү үткәреү, анализ яһау һәм аныҡ ҡарар ҡабул итеү талап ителә. Ултырышта предприятиеларҙың хеҙмәт хаҡын ҡайтарыу буйынса   алып барған эшмкәрлеге тикшерелде, проблеманы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Юрий Мельников, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары: «Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге бик һөҙөмтәле тип әйтер инем. Әгәр былтыр йыл дауамында хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 600 миллион һумға кәметелһә, быйыл биш ай эсендә генә 517 миллион һум бурыс ҡайтарылған. Эшкә хоҡуҡ, күҙәтеү, тикшереү органдары ла йәлеп ителә. Беҙ хеҙмәт хаҡын ҡайтарыуҙан тыш, артабан бындай осраҡтарға юл ҡуймау эшен дә алып барабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика