Республикаға йәнә онлайн мутлашыусылар һөжүм итә

Республикаға йәнә онлайн мутлашыусылар һөжүм итә 04.04.2017

Хоҡуҡ һаҡлау органдарына банк карталарынан аҡсалары юғалып мөрәжәғәт итеүселәр йышайған. Мутлашыу схемаһы элеккесә, ләкин халыҡтың иғтибарһыҙлығы һәм аңһыҙлығы аферистарға мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә лә инде.

Татьяна интернет мутлашыусылар кеҫәһен ун биш мең һумға ҡалынайтҡан. Ҡатынға  һеҙҙең банк картағыҙ менән ҡулланыу тыйыла билдәләнгән номерға шылтыратыуығыҙ һорала тигән смс хәбәр килә. Уны оҙатыусы номер ҙа Һаҡлыҡ банкыныҡына оҡшаш - 9005 була. Татьяна күп уйлап тормай күрһәтелгән номерға шылтырата. Үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте тип таныштырған кешеләр, һеҙҙең картағыҙ аша кемдер онлайн һатып алыу башҡарырға маташҡан һәм беҙгә тикшерергә кәрәк тип һорауҙар бирә. Ҡатын ышанып түкмәй-сәсмәй карта тураһындағы бар мәғлүмәтте һөйләп бирә. Үҙенә ебәрелгән кодты ла әйтеп ҡуя.
Татьяна Мөхәмәтйәнова, алданыусы: «Бер көн элек кенә ҡәйнәмде шундай мутлашыусыларҙан аралап алып ҡалдым. Ә бына үҙем эләктем. Минең икенсе банк менән суд эше бара. Әллә шуның буйынсамы икән тип кенә ҡыҙыҡһынып шылтыратҡайным. Хәл тағы ла киҫкенләшер тип ҡурҡыуым арҡаһында ғына аңым томаланған. Етмәһә, аҡсаны кредит картаһынан алдылар. Проценттарын да миңә түләргә тура киләсәк».
Татьяна иҫәптән аҡсаһы  юғалғас ҡына алданғанына төшөнә. Һаҡлыҡ банкына шылтыратып картаны ҡулланыуҙы сикләй. Әммә һуң була. Мутлашыусылар  кредит картаһынан  ун биш мең һум алып өлгөрә. Ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән дә, әммә эләктереп алырлыҡ бер генә дәлилдәр ҙә юҡ. Элемтә операторы аша Татьянаға бер генә смс килмәүе асыҡланған. Банк хеҙмәткәрҙәре иһә беҙ бындай хәбәрҙәр бөтөнләй ебәрмәйбеҙ тип белдерә.
Азамат Сәлихов, Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре: «Һаҡлыҡ банкы 900 йәки 9000 һандарынан ғына хәбәрҙәр ебәрә. Беҙгә шылтыратыуҙарын да һорамайбыҙ. Бик кәрәк булған хәлдә лә офисҡа саҡырабыҙ. Халыҡ  карта менән берәй операциялар эшләр алдынан беҙҙең ҡыҙыу линияға шылтыратып белешә ала».
Бындай мутлашыу схемаһы тәүгә түгел. Аферистар меңәрләгән кешегә ошондай хәбәрҙәр ебәрә. Кемдер берәү булһа ла ҡармаҡҡа эләгер тип. Һәм алданыусыларҙың артыуын иҫәпкә алғанда, элекке алым булыуға ҡарамаҫтан һөҙөмтәле.
Шамил Әминев, Башҡортостан  милли банкының бүлек етәксеһе: «Халыҡ үҙе иғтибарһыҙ. Әҙерәк аңлыраҡ булырға кәрәк. СМС менән килгән бер генә номерға ла кире шылтыратмағыҙ. Банктың телефон номерҙары картаның үҙендә, йә килешеү документында һәм рәсми сайтында күрһәтелгән».
Әгәр ошо ябай ҡағиҙәләрҙе халыҡ  ятлап алмай икән мутлашыусылар ҙа үҙ эшмәкәрлеген туҡтатмаясаҡ. Йәғни, илдә йүләрҙәр барҙа, алдаҡ менән йәшәүселәр ҙә ҡомарҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку