Рөстәм Хәмитов инвесторҙарҙы һөҙөмтәләштереү кәрәклеген белдерҙе

Рөстәм Хәмитов инвесторҙарҙы һөҙөмтәләштереү кәрәклеген белдерҙе 13.03.2015

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, исемлекте ҡайтанан барлап сығып һөҙөмтәһеҙ эшләгән инвесторҙарҙан арыныу талап ителә.

Әле республика йәлеп ителгән инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урында . Ошоға тиклем ситтән йәлеп ителгән финанстар арта ғына килде, әммә иҡтисади көрсөк был тенденцияны тотҡарлаясаҡ. Киләһе йылдарҙа төбәккә аҡса йәлеп итеү тағы ла ауырлашасаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Комиссия ете тиҫтәгә яҡын инвестиция проекттарын тикшергән. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, уларҙың күбеһе тормошҡа ашырылған. Шулай ҙа йылдан-йыл һуҙыла килгән проекттар ҙа юҡ түгел. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, вәғәҙәләрҙе үтәргә ашыҡмаған инвесторҙар менән бәйләнештәрҙе өҙөргә кәрәк.
Төбәк етәксеһе был йәһәттән һүлпән эшләүсе  республиканың эре предприятиеларына ла дәғүә белдерҙе. Нефть һәм  металлургия өлкәһендә эшләүсе ҡеүәтле компаниялар юғары килем алыуҙарына ҡарамаҫтан республикаға аҡса индерергә ашыҡмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку