Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһына барҙы

 Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһына барҙы 24.07.2014

Төбәктә Рөстәм Хәмитов республиканың эшҡыуар даирәләре вәкилдәре менән осрашты. Республика етәксеһенең урындағы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышыуы барышында Башҡортостанда урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы.

Көнүҙәк темаға арналған кәңәшмәлә  тармаҡты кооперация, субконтрактинг һәм  аутсорсинг нигеҙендә үҫтереү мөһимлегенә баҫым яһалды. Республика етәксеһе билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ тармағы республика үҫеше өсөн күп эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Үҙ-ара тарҡаулыҡ та эшкә кире йоғонто яһай.
Кәңәшмәләге сығышында Рөстәм Хәмитов республикала эшҡыуарлыҡ буйынса координациялау советы төҙөүҙең мөһимлеген билдәләне. Киләсәктә уға  яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү бурысы ла йөкмәтелергә тейеш.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика