Рөстәм Хәмитов бөгөн Башҡортостандың Сауҙа һәм сәнәғәт палатаһы конференцияһында ҡатнашты 17.03.2016

Кәңәшмәлә ведомствоның 5 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

1990 йылда ойошторолған Республиканың сауҙа һәм сәнәғәт палатаһы меңдән ашыу предприятиены берләштерә. Уның бүлектәре Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Белорет ҡалаларында эшләп килә, ә вәкиллектәре Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡытай һәм башҡа дәүләттәрҙә бар. Алдағы йылдарҙа палата "Перезагрузка" проектын тормошҡа ашырып  бизнесҡа ярҙам күрһәтеүсе федераль программалар операторына әйләнергә иҫәп тота.  
Үҙенең телмәрендә Рөстәм Хәмитов хөкүмәт менән бизнес даирәһе вәкилдәре бергәләп халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейеш, тип белдерҙе.
Конференцияла шулай уҡ Башҡортостандың сауҙа һәм сәнәғәт палатаһы президенты ла һайланды. Вазифаға Азат Фазлыев тәғәйенләнде. Ә Юрий Пустовгаров палатаның советы рәйесе итеп раҫланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика