Рәшәткә аша интервью

Рәшәткә аша интервью 20.10.2016

Хеҙмәт хаҡын түләмәйҙәр тип мөрәжәғәт иткән завод хеҙмәткәрҙәренә хәбәрселәр менән аралашыуға  кәртә ҡуйҙылар. Ләкин бер нисә ай аҡсаһыҙ интеккән эшселәрҙе бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ  туҡтатырлыҡ түгел. Тепловоздар ремонтлау заводы етәкселегенә булған дәғүәһен улар рәшәткә аша ла белдерҙе.

Был  кадрҙар тепловоздар ремонтлау заводының партнерҙарына реклама рәүешендә күрһәткән видеороликтан өҙөк. Предприятие етәкселеге оҙаҡ йылдар тупланған тәжрибәһе, уңышлы эш алымдары һәм үҙ өҫтөнә алынған йөкләмәләрҙе теүәл үтәүе менән маһая. Ләкин ысынбарлыҡта хәл башҡасараҡ. Завод хатта, үҙ хеҙмәткәрҙәре алдындағы яуаплылыҡты ла үтәй алмай. Эшселәр хәҙер өс айға яҡын хеҙмәт хаҡы күрмәгән. Был етешһеҙлекте йәшереү өсөн етәкселек беҙҙе завод биләмәһенә индермәне. Эшселәрҙе лә сығарманылар. Ләкин беҙ ҡапсыҡта ятмай тигән кеүек, аһ-зарын эшселәр кәртә аша булһа ла һөйләне.
Барыһы ла завод етәкселеге алмашынғас башланды, ти эшселәр. Предприятие тулыһынса шәхси ҡулдарға күскәс, етәксене лә Әстрхән ҡалаһынан алып килеп ҡуялар. Ә ул үҙ сиратында хеҙмәткәрҙәрҙе лә Әстрхандан алып килә башлай. Ситтән килгән белгестәр  ике аҙналап ҡына эшләһәләр ҙә хеҙмәт хаҡын ваҡытында һәм күп ала, ә беҙҙең 30-40 йыллап ошо заводта бил бөккән эшселәр ҡыйырһытыла.
Эшселәр әйтеүенсә, яңы етәкселек заводты махсус рәүештә бөлгөнлөккә төшөрә. Был турала улар асыҡтан-асыҡ әйтәләр, ти хеҙмәткәрҙәр. Предприятие идарасылары иһә уларҙың үҙҙәрен ғәйепләп маташа. Йәнәһе лә, эшселәр фетнә сығарыуҙан башҡа бер нимә лә белмәй. Шуға ла ситтән белгестәр йәлеп итә башлағандар.
Эш хаҡын тотҡарлағандары өсөн завод етәкселеге бер нисә тапҡыр яуапҡа тарттырылған да инде. Ләкин штрафтарҙы ла әлеге лә баяғы хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән түләй барғандар. Республиканың хеҙмәт инспекцияһынан әйтеүҙәренсә, предприятиеның эш хаҡы буйынса бурысы июндән алып йыйылып  9 миллион һумдан ашҡан.
Оксана Ванскова, Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары: «Предприятиела ысынлап та, хәл мөшкөл. Беҙ күп тапҡырҙар тикшереү үткәрҙек. Завод етәкселеген яуапҡа ла тарттырҙыҡ. Ләкин хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Әле был осраҡ буйынса тәфтишселәр шөғөлләнә. Енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡаралған».
Октябрь башында хеҙмәт хаҡы түләмәүсе етәкселәргә ҡарата яза ҡатыланды. Әгәр етешһеҙлектәр бөтөрөлмәйенсә енәйәт эше ҡуҙғатыла икән идарасыларға иректән мәхрүм ителеү ҙә янай. Берәй әмәлен күрмәһә етәксенең үҙе менән дә рәшәткә артынан ғына аралашыуыбыҙ ихтимал, ти хеҙмәткәрҙәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку