Рәсәйҙә йыл башынан алып сентябргәсә төрлө үҫемлектәрҙән эшләнгән 600 тоннаға яҡын контрабанда ризыҡ табылып юҡ ителгән

Рәсәйҙә йыл башынан алып сентябргәсә төрлө үҫемлектәрҙән эшләнгән 600 тоннаға яҡын контрабанда ризыҡ табылып юҡ ителгән 04.09.2015

Тартып алынған 313 тонна ит ризыҡтарының 57 тоннаһы ташланған.  Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән продукция,сеймал һәм аҙыҡ-түлекте илгә индереү тыйыла. Был исемлектә, һөт ризыҡтары, ит төрҙәре, йәшелсә-емеш һәм балыҡ бар. «Россельхознадзор» ойошмаһының Башҡортостан идаралығы ла көн һайын рейдтар үткәрә. Һуңғы тикшереүҙәр барышында 25 кг ит ризыҡтары, 1 мең килограмдан ашыу үҫемлек продукцияһының санкцияға ҡағылышы барлығы асыҡланып, юҡ ителгән.

Радик Гаттаров, «Россельхознадзор» ойошмаһының дәүләт инспекторы
«Төргәктәрҙең аҡтарылғандары булғас,ярлыктар ҙа етешмәгәс, продукция өлгөләрен лабороторияға алабыҙ. Һатырға  рөхсәт бирергәме-юҡмы икәнлеге тикшереү тамамланғас ҡына билдәле була.Лаборотория рөхсәт бирмәйенсә был ризыҡтарҙы урынынан ҡуҙғатырға ярамай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика