Рәсәй юлдарында «Платон» системаһы ғәмәлгә ашырыла башлауға теүәл бер йыл тулды

Рәсәй юлдарында «Платон» системаһы ғәмәлгә ашырыла башлауға теүәл бер йыл тулды 24.11.2016

Әлбиттә, был программанан Башҡортостан да ситтә ҡала алмай. Әлеге система ярҙамында ғына бөгөн юл фонды 17 миллиард һумға  тулыланған. Йыйылған аҡсаларҙы Рәсәй Хөкүмәте төбәк юлдарын ремонтлауға һәм яңы күперҙәр төҙөүгә йүнәлткән.

Алыҫ араларға йөрөүсе Алексей Сергеев бер йыл инде ошондай борт ҡоролмаһын ҡулланырға мәжбүр. Сөнки уның автомобиленең ауырлығы 12 тоннанан ашыу. Закон буйынса бындай транспорт саралары хужалары федераль трассаларҙа йөрөгән өсөн аҡса түләргә тейеш.
Тодор Панич, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре: «Көн һайын беҙ «Платон» системаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  ауырлығы 12 тоннанан ашҡан йөк автобилдәрен тикшерәбеҙ. Тәүге мәлдә законды һанға һуҡмаусылар йыш теркәлә торғайны. Шулай ҙа һуңынан водителдәр юл йөрөү хаҡын  ваҡытында түләүҙең хәйерлерәк икәнен аңлап ҡалды».
Республикала бөгөн «Платон» дәүләт системаһында 13 меңгә яҡын йөк автомобиле мәжбүри теркәү үткән. Был транспорт сараларының 87 проценты борт ҡоролмалары менән йыһазландырылған, ҡалған водителдәр федераль трассаларҙа йөрөгән өсөн машрут карталары ярҙамында тиҫәпләшеүгә өҫтөнлөк биргән.  
«Һамар-Өфө-Силәбе» федераль трассаһының Иглин районындағы был участка иң көсөргәнешлеләрҙән һанала. Көн һайын бынан меңдәрсә йөк автомобиле үтә. Шуға ла Башҡортостандағы берҙән-бер "Платон" системаһын тап ошо ерҙә  урынлаштырырға ҡарар ителгән. Әммә транспорт сараларын контролдә тотоусы мобиль ҡоролма башҡа урындарға ла йыш күсерелә.
Әлеге ваҡытта водителдәр федераль трассала бер километр юл өсөн 1 һум 53 тин түләй. Әлбиттә, был әллә ни ҙур сумма түгел. Шулай ҙа инспекторҙарп әйтеүенсә, законға бойһонмаусылар ҙа юҡ түгел. Уларҙың күбеһе сит ил граждандары. Беренсе тапҡыр туҡтатылған бындай водителдәргә 5, икенсегә эләккәндә 10 мең һум күләмендә штраф һалына.
Әммә законды белмәү яуаплылылыҡтан азат итмәй, ти инспекторҙар. Быйыл ғына Өфөлә «Платон» системаһына йыйылған аҡса иҫәбенә  Затон күпере сафҡа инде.  Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәте1 миллиард ярым һум самаһы аҡса бүлде. Шулай уҡ киләсәктә Стәрлетамаҡ-Ҡағы-Магнитогорск юлы проектын ғәмәлгә ашырыуға ла «Платон» системаһы аҡса йүнәлтеүе ихтимал.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика