Рәсәй субъекттарын газ-моторлы автобустар менән тәьмин итеү өсөн федераль бюджеттан өс миллиард һум аҡса бүленәсәк 20.07.2015

Ошо туралағы күрһәтмәгә ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, атап үтелгән сумманы рәсәйҙең 23 төбәге үҙ-ара бүлешәсәк. Уларҙың барыһы ла илдең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән.

Аҡсаларҙың бер миллиард һумдан ашыуы Волга буйы федераль округына ингән төбәктәргә, шул иҫәптән 322 миллион һум самаһы Башҡортостанға йүнәлтеләсәк.  Былтыр Башҡортостан газ-моторлы техника һатып алыуға 72 миллион һум  самаһы аҡса алған. Ошо маҡсатта республика бюджетынан йәнә 30 миллион һумға яҡын бүленгән. Субсидия ярҙамында «Башавтотранс» предприятиеһы 30 ҙур автобустарға эйә булды. Бынан тыш, компания үҙ аҡсаһына газ менән эшләгән «ПАЗ» маркалы 100 автобус һатып алды.


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика