Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшләмәгән кешеләрҙән һалым йыйыу тураһында закон проекты әҙерләй 30.10.2016

Хеҙмәт йәшендә булып та рәсми эш урыны булмағандарға поликлиника һәм дауаханалар өсөн үҙҙәренә түләргә тура киләсәк. Был хаҡтың йылына егерме мең һум булыуы ихтимал, ти Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин. Вице-премьер Ольга Голодец әйтеүенсә, закон халыҡҡа эшләмәҫкә тыймай. Шул уҡ ваҡытта был категорияға ҡараусылар страховка иғәнәләре, шул иҫәптән мотлаҡ медицина страховкаһына ла түләмәй.

Дауаханаларға ла башҡа кешеләр иҫәбенә йөрөй. Улар илдә 7 миллион самаһы. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, түрәләр фекеренсә «әрәмтамаҡтар» 16 миллиондан аша. Тик бына шуныһы, эшләргә теләмәүсенән эш таба алмай интегеүсене нисек айырырға? Төпкөлдәрҙә бит күпме кеше эш урындары булмауҙан өйҙә ятырға мәжбүр. Хәҙер килеп уларға дауаланырға ла ярамай булып сыға түгелме?
Ғәниевтарҙың ихатаһында ҡаңғылдаған тауыштар бер ваҡытта ла тынмай. Тормош иптәшем ҡош ите ярата, шуға ла ҡаҙ, тауыҡ көтәбеҙ ти хужабикә. Ғаилә шулай уҡ эре мал аҫырай, быҙауҙар ҙа үҫеп килә. Тормош иптәше эштә булған арала мал-тыуар Инзира иңендә. Эш булмағанда шәхси хужалыҡ Ғәниевтарға төп ярҙам.
Инзира Ғәниева, Ҡабаҡ ҡасабаһында йәшәүсе: «Үҙебеҙҙең ауылда тотоп ҡына эшләрлек эш юҡ, Өфөгә йөрөп эшләргә кәрәк. Шуның өсөн инде беҙ үҙебеҙ өсөн мал тотабыҙ, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ, һатыу өсөн түгел, үҙебеҙгә етерлек».
Ауыл өсөн ғәҙәти күренеш. Эшһеҙлектән интегеүсе халыҡ үҙ көнөн үҙе ҡайғыртырға күптән күнеккән. Кем мал тотоп ит һата, кем башҡа кәсеп менән шөғөлләнә. Был бөгөнгө ауылдарҙың ысынбарлығы.
Ҡабаҡта ла ошондай уҡ хәл. Ауыл  ҙур ғына булыуына ҡарамаҫтан, бында эш биреүсе предприятиелар һәм ойошмалар бармаҡ менән һанарлыҡ. Шуға ла ирҙәр ғаиләһен ашатыр өсөн башлыса Себер яҡтарында эшләй, ә ҡатын-ҡыҙҙар шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә. Йәғни, йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт тота, был осраҡта нимә сәсәһең, шул өҫтәлеңә эләгә. Әлбиттә, бындай тормош көтөүселәрҙең күбеһенең хеҙмәт кенәгәһе лә юҡ.
Тимәк, улар эш хаҡынан һалым түләмәй, страховка фондтарына иғәнә лә күсермәй, ә төрлө социаль хеҙмәттәр менән бушлай файҙалана. Ләкин оҙаҡламай бындай анһат тормош тамамланыуы ихтимал, халыҡты яңы һынауҙар көтә. Ил хөкүмәтендә бер ҡайҙа ла эшләмәүсе һәм хеҙмәт биржаһында иҫәптә тормаусы граждандарҙан һалым алырға кәрәклеге тураһында һүҙ сыҡты. Сөнки, 326-сы федераль законға ярашлы, бөтә граждандар бушлай медицина ярҙамы алыу хоҡуғына эйә. Эшләүсе граждандар был уңайлыҡ өсөн эш хаҡынан алынған һалым аша түләһә, эшләмәүселәр өсөн бюджет, йәғни ҡабаттан рәсми рәүештә эшләүселәр түләй. Былай булырға тейеш түгел ти яңы һалым проекты авторҙары. Башҡортостан бюджетынан мәҫәлән, йыл һайын эшләмәүсе граждандарға медицина ярҙамы күрһәтеүгә 20 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә.
Юлай Ғәлийәнов, Башҡортостан мотлаҡ медицина страховкалау төбәк фонды директоры урынбаҫары: «38 миллиард һум аҡса бүленә. Уның яртыһын республика бюджеты бирә. Аҡса етә».
Хеҙмәт итеүсе гражданин алған медицина уңайлыҡтары өсөн аҡса ойошманың эш хаҡы түләү фондынан күсә. Мәҫәлән, әле республикала һәр эшләүсе кешегә йылына 9472 һумға медицина ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. Әгәр ҙә кеше медицина ярҙамына мөрәжәғәт итмәй икән, аҡса мохтаж булыусыға китә. Шул рәүешле ҡиммәтле, йөҙҙәрсә меңлек операциялар мотлаҡ медицина страховкалау фондынан финанслана. Яңы һалым, бер ҡайҙа ла эшләмәгән килеш килем алыусыларҙан аҡса түләтеү ниәтендә булдырыла тип аңлаталар Кремлдә. Тәү сиратта улар дауаханаға мөрәжәғәт иткән осраҡта процедуралар өсөн үҙҙәре иҫәпләшергә тейеш. Башланғыс бер нисек тә эшкә урынлаша алмағандарға, ваҡытлыса өйҙә ултырып, хеҙмәт биржаһында иҫәптә тороусыларға зыян итергә тейеш түгел тип аңлата проект авторҙары. (интонацион акцент) Ләкин яңы башланғыс ҡайһы бер яуаплы органдарҙың эшен еренә еткереп башҡара алмауына ишара булып тора түгелме? Килемен дәүләттән йәшереүселәр менән көрәш ошо рәүешле йәмғиәт елкәһенә ятмаҫмы тип борсола социологтар.
Фәнил Фәйзуллин, Башҡортостандың фәндәр академияһы академигы: «Тимәк, дәүләт органдары үҙ эшен еренә еткереп эшләй, бюджетҡа аҡса килеүҙе тәьмин итә алмай. Тәү сиратта ошо юҫыҡта эшләргә кәрәк».
Закон проекты авторҙары күләгәлә эшләүсе эшҡыуарҙарҙы һәм йүнселдәрҙе көн яҡтыһына сығарырға теләүе аңлашыла, ләкин бер ыңғай мәжбүри рәүештә үҙ ыңғайына көн итеүселәрҙе лә һалымға дусар итеп ҡуймаһындар ине тигән хафа бар. Ауыл халҡы бит күп осраҡта теләп тә эшкә урынлаша алмай, күпме генә эҙләһәң дә, төпкөлдә вакансия тапмаҫһың. Үҙ хужалығың менән көн иткән өсөн һалым түләп, поликлиникаға мөрәжәғәт иткән өсөн дә аҡсаңды сығарып һала башлаһаң, оҙаҡламай ауыҙыңды асҡанда үпкәң дә күренә башламаҫ тимә. Шуға ла әгәр ҙә министр Топилиндың тәҡдиме законға әүерелеп китер булһа, башта ул ентекле тикшерелер тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика