Рәсәй халҡына ипотека менән иҫәпләшергә ярҙам күрһәтеләсәк 04.05.2017

Ил хөкүмәте төҙөлөш министрлығы һәм торлаҡ-ипотека кредитлауы агетлығына  финанс ҡыйынлыҡтарға юлыҡҡан ипотека алыусыларға ярҙам программаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бынан тыш  ведомстволар торлаҡ-коммуналь хужалыҡты заман талаптары буйынса яңыртыу башланғыстары менән дә сығыш яһаясаҡ.

Камилә Фазлыева, ипотека бюроһы етәксеһе: «Ипотека юллаусылар даими иғтибар талап иткән айырым ҡатлам халыҡ. Бөгөн ипотека юллау еңеләйә, шарттар ҙа ҡулайшлаша бара. Был әлбиттә һатып алыусылар өсөн дә, банк хеҙмәткәрҙәрен дә ҡыуандырмай ҡалмай. Кредит ойошмалары процент ставкалары артабан тағы ла кәмей барасаҡ тип фаразлай».
Ауыр тормош хәлендә ҡалған ипотека юллаусыларға финанс ярҙам программаһы 2015 йылдың апрелендә эшләй башлағайны. Уның нигеҙендә торлаҡ алыуға оҙайлы кредит алыусыларға 4 миллиард ярым һум аҡса бүленде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика