Рәсәй халҡын мөлкәт һалымынан азат итеүҙәре ихтимал

Рәсәй халҡын мөлкәт һалымынан азат итеүҙәре ихтимал 27.04.2017

Бындай тәҡдим менән Дәүләт Думаһы депутаттары сыҡҡан. Парламентарийҙар күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең торлағын энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы технологиялар менән төҙөкләндергән осраҡта, уларҙы 3 йылға милек һалымы түләүҙән азат итеү тәҡдиме индергән. Эксперттар фекеренсә, әлеге ваҡытта ныҡ иҫкергән һәм авария хәлендәге торлаҡтан тыш, һәр йорт энергияны һаҡсыл тотона ала.  

Адель Сәйфуллина, «Өфө күсемһеҙ милеге» компанияһы генераль директоры: «Был бик дөрөҫ тәҡдим. Һәм ул бигерәк тә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн отошло. Төҙөүселәр ҙә һуңғы арала энегияны һөҙөмтәле ҡулланыу мөмкинлеге биргән технологияларҙы йышыраҡ ҡуллана».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку