Рәсәй халҡы хәҙер Башҡортостанды ҡурай иле булараҡ та яҡшы белә

Рәсәй халҡы хәҙер Башҡортостанды ҡурай иле булараҡ та яҡшы белә 25.08.2017

Республиканы милли музыка ҡоралы аша данлауҙа Саҡмағош районындағы һөт заводы ҙур өлөш индерә. Көн һайын предприятие илдең төрлө тарафтарына 150 тонна самаһы продукция оҙата. Шәхси инвестор ҡулына тапшырылған һөт заводы һуңғы йылдарҙа биналарҙы төҙөкләндереүгә һәм ҡайтанан йыһазландырыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Яҡын киләсәктә тағы ла шунса сама инвестиция йәлеп итеү ҡарала.

«Ҡурай иле» бренды аҫтында сыҡҡан һөт ризыҡтарын республикала тәмләп ҡарамаған кеше ҡалмағандыр. Улай ғына ла түгел, Саҡмағошта етештерелгән продукция хәҙер илдең иң алыҫ төбәктәренә лә оҙатыла. Әйтәйек, кефир һәм йогурттарҙы Ҡырымдың сауҙа нөктәләрендә лә осратырға мөмкин. Башҡортостан тауары сифатлы һәм үҙенсәлекте булыуы менән һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә.  
Бөлгөнлөккә төшкән предприятие бынан бер нисә йыл элек яңы һулыш менән йәшәй башлаған. Шәхси эшҡыуар биналарҙы төҙөкләндереүгә һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға 1 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп иткән. Әле лә завод ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Атап үткәндә, киләһе йылға яңы линия сафҡа инәсәк. Зауыҡ менән биҙәлгән ПЭТ һауыттар продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә мөмкинлек бирер, тип көтөлә.
Етештереү ҡеүәттәрен арттырыу менән бер рәттән, завод етәкселеге таҙартыу ҡоролмаларын киңәйергә лә иҫәп тота. Бының өсөн 300 миллион һумға тиклем инвестиция һалыу ҡаралған. Шулай уҡ заманса ҡаҙанлыҡ һәм яңы цехтар асыуға 500 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп ителәсәк.    
Ауыл хужалығы өлкәһендә тормошҡа ашырылған иң ҙур инвестиция проекттарының береһе республика хужалыҡтары өсөн дә отошло. Көн һайын предприятие техникаһы яңы һауылған һөттө заводҡа килтереп кенә тора. Йәғни, хужалыҡ етәкселәренә сеймалды нисек алып барырға тип баш ватаһы түгел. Шуға ла бындай предприятиеның булыуы күрше райондар өсөн дә әһәмиәтле.  
Уңышлы эшләп килгән предприятие халыҡты эш менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Бөгөн ул 300 хеҙмәткәрҙе йәлеп иткән. Завод тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән тағы ла 200 урын барлыҡҡа килер тип көтөлә.  Шулай уҡ завод быйылғы миҙгелдә «Салауат Юлаев» клубына Гагарин Кубогы өсөн көрәшергә  ярҙам итәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку