Рәсәй Хөкүмәте тарафынан торлаҡ һәм торлаҡ булмаған бина һәм ҡоролмаларҙың энергия һөҙөмтәлелегенә талаптар билдәләнде

Рәсәй Хөкүмәте тарафынан торлаҡ һәм торлаҡ булмаған бина һәм ҡоролмаларҙың энергия һөҙөмтәлелегенә талаптар билдәләнде 21.03.2017

Бынан ары, бөтә төр биналар төҙөгәндә һәм уларға капиталь ремонт башҡарғанда уларға  йылытыу һәм елләтеү системаларында һауа температураһынан сығып, энергия ҡулланыуҙы көйләүсе ҡорамалдар ҡуйылырға тейеш.

Бынан тыш, йылытыу приборҙарын биналарҙа һауа температураһын көйләү өсөн термоэлементтары булған автоматик терморегуляторҙар менән йыһазландырыу зарур. Документта билдәләнеүенсә, ҡарар 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә һәм был күрһәтмә ғәмәлгә ингәндән һуң төҙөләсәк йорттарға ҡарата ҡулланыласаҡ. Әммә Башҡортостанда әле үк торлаҡ төҙөлөшөндә "аҡыллы" системалар ҡулланыу тәжрибәһе бар.  Мәҫәлән, "Йәшел йорт" компанияһы ҡала ситендәге торлаҡ төҙөлөшөндә энергияның альтернатив сығанаҡтарын ҡуллана йәки "Госстрой" компаниялар төркөмөнөң Өфөнөң Ленин урамындағы "Эрмитаж" тигән яңы проектында "аҡыллы" йылытыу системаһынан тыш,  йортта йәшәүселәрҙең дөйөм  сығымдарын кәметеүсе ҡояш электростанцияһы ла беркетелә. Шулай уҡ  "СТРОЙФЕДЕРАЦИЯ"компанияһы йортта йәшәүселәр уңайлығы өсөн  йорт смарт-технологияларының һуңғы ҡаҙаныштары, шул иҫәптән дөйөм видеокүҙәтеү системаһына тоташтырыуҙы файҙалана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика