Рәсәй Хөкүмәте индергән санкциялар көн ҡаҙағында

Рәсәй Хөкүмәте индергән санкциялар  көн ҡаҙағында 21.08.2014

Эмбарго илдәренән хәҙер аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәре Рәсәйгә индерелмәүе урындағы хужалыҡтарға яңы мөмкинлектәр асты. Үҙгәрештәр республика ауыл хужалығында бик үк һиҙелмәһә лә, юғарыла ҡабул ителгән ҡарарҙы ябай халыҡ ҡуш ҡуллап ҡаршы алды.

Бындай сикләүҙәр индерелһә лә, урындарҙа ул шау-шыу тыуҙырмаҫ, күрәһең. Сөнки төбәктәрҙә йәшәүселәр күпләп үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирә. Һуңғы йылдарҙа асылған эре сауҙа селтәрҙәрендә сит илдән индерелгән продукциялар күп түгел, ә бары тик 20 процент ҡына тәшкил итә.
Руслан Хәмитов, сауҙа ойошмаһы етәксеһе: «Сит илдәрҙән индерелгән продукция беҙҙең баҙарҙа яҡынса 20 процентты тәшкил итә. Ҡалғаны - урында етештерелгән. Атап үткәндә сыр, төрлө һуттар, шулай уҡ ҡайһы бер төр йәшелсә, емештәр индерелгән. Күбеһенсә Польша алмаһы һатыла».
 Баймаҡ ҡалаһының үҙәк баҙары - кешеләрҙең күпләп йөрөгән урыны. Бында сит илдән индерелгән продукцияларҙың булғаны ла юҡ. Ә, киреһенсә, күпләп мал тотҡан ябай халыҡ ит, һөт продукттары менән һатыу итә. Экологик йәһәттән таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек - урындағылар ҡулланған төп продукция. Әйтергә кәрәк, кәштәләрҙәге йәшелсә-емештең күбеһе - беҙҙеке. Тик сит илдән индерелгән алма һатыуҙа һуңғы тапҡырҙыр, моғайын. Сикләүҙәрҙең булыуы ябай халыҡты бигүк ҡурҡытмай тиерлек. Беренсенән, урында сит ил продукцияһы бер ваҡытта ла һорау менән файҙаланылманы, икенсенән, тәү кәрәк ризыҡтар менән ауыл кешеләре үҙҙәрен-үҙе күптән тәьмин итә ала.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку