Рәсәйҙә көрсөк алдағы дүрт йылда тамамлана

Рәсәйҙә көрсөк алдағы дүрт йылда тамамлана 31.03.2016

Иҡтисади үҫеш министрлығы ошондай фараздар еткерә, тип хәбәр итә «Ведомости» газетаһы. 2019 йылға иҡтисади күҙаллауҙар буйынса, нефттең бер барреле 40-50 долларға һатыла, инфляция йылына 5 процент кимәлендә туҡтала, ситкә капитал ағымы 20 миллиард долларға тиклем кәмей һәм Рәсәй һумы Америка валютаһына ҡарата 57 һум буласаҡ. Министр Алексей Улюкаев ведомство эксперттары фараздар менән апрелдә таныштырырға ниәтләй. Шулай ҙа Финанс министрлығы ошондай һандар менән риза түгел, әммә аныҡ аңлатмалар ҙа бирмәгән.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика