Рәсәйҙә ипотека уртаса 15 йылға бирелә

Рәсәйҙә ипотека уртаса 15 йылға бирелә 04.04.2017

Милли кредит тарихы бюроһы мәғлүмәтенә ҡарағанда, 1 мартҡа тиклем килешеү төҙөлгән барлыҡ ипотека кредиттары уртаса 14 йыл 8 айға бирелгән. Шулай итеп дөйөм мөҙҙәт, 39 процентҡа йәғни 6-7 айға һуҙылған. Шул уҡ ваҡытта ипотека кредитының уртаса күләме яҡынса ике миллион һум кимәлендә билдәләнеп, бер йыл эсендә  яҡынса 2 процентҡа кәмегән. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә әле ипотека  буйынса иң түбән күрһәткестәр теркәлгән, әммә тәүге иғәнәгә аҡса йыя алмау сәбәпле, халыҡ һатып алыуҙы кисектереп торорға мәжбүр.

Айҙар Зөбәйеров, ВТБ-24 банкының Башҡортостан филиалы идарасыһы: «Вәкилдәр ипотеканың уртаса мөҙҙәте арта барыуын билдәләй, шул уҡ ваҡытта ҡеүәтле төҙөлөш ойошмалары беренсе иғәнә түләү өсөн халыҡтың аҡсаһы етмәүен дә яҡшы аңлай. Шуға ла улар банктар менән берлектә аванс индермәйенсә торлаҡ алыу мөмкинлеге биргән программалар әҙерләй. Бындай төҙөлөш ойошмаларын ышаныслы тип баһаларға була».
Ипотека мөҙҙәте иң күбе Татарстанда 9 процент, Новосибирск өлкәһендә 5,2, ә Санкт-Петербург һәм Пермь крайында 4,9 процент үҫеш күрһәткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика