Рәсәйҙә икмәккә хаҡ 10 процентҡа артыуы ихтимал

Рәсәйҙә икмәккә хаҡ 10 процентҡа артыуы ихтимал 11.12.2014

Тауар ҡуйыусылар яңыраҡ илдең күп кенә ритейлерҙарына һатып алыу хаҡтарының үҫәсәге тураһында белдергән.

Бының сәбәбен улар онға, игенгә, шәкәргә, транспорт хеҙмәттәренә, шулай уҡ сит ил сеймалына хаҡтың артыуы менән аңлатҡан. Бынан тыш, бойҙайҙың хаҡы долларҙың курсына бәйле икән, шуға ла Рәсәй аҡсаһы үҙҡиммәтен юғалтҡан һайын икмәкка хаҡ артыуы күҙәтеләсәк. Етештереүселәр фекеренсә, бөгөн бешерелгән икмәк хаҡының 60 проценты онға китә. Шул уҡ ваҡытта  шәкәр, тоҙ, ойотҡо кеүек башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла   иҫәпкә алырға кәрәк.  Быйыл Рәсәй төбәктәре мул уңыш үҫтереүгә өлгәште. Бындай осраҡта тупланған иген запасы хаҡтарҙың артыуына килтергә тейеш түгел, тип иҫәпләй белгестәр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку